ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
НОЯБРЬ 2020
9 ноябрь 2020
«Музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙары
БР Мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2020 йылдың 18–19 ноябрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусыларының «Музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусыларының компетенция формалаштырыу һорауҙары» темалы уҡыуҙарын үткәрә.
Уҡыуҙар Урта махсус музыкаль колледждарының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре – музыкаль-теоретик дисциплинар уҡытыусылары ҡатнашлығы менән үтәсәк. Программала лекциялар, һәм шулай уҡ сольфеджио, композиция, музыкаль әҙәбиәт, музыка тыңлау һәм ритмика буйынса асыҡ дәрестәр планлаштырылған.
Уҡыуҙар дистанцион форматта Zoom форматында үтәсәк. Тоташыу өсөн һылтанмалар заявкалар биргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына алдан ебәреләсәк.
Уҡыуҙарҙың йомғаҡтары буйынса һәр бер тыңлаусыға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡтар әҙерләнәсәк. Таныҡлыҡтың оригиналын уҡыуҙар тамағынанғас БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ (Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21, кабинет №7) алырға мөмкин буласаҡ.
Кәрәк булһа танытманың сканер варианты тыңлаусының электрон адрестарына ебәреләсәк.
Заявкалар 2020 йылдың 16 ноябренә тиклем электрон формала беҙҙең сайтта Квалификация үҫтереү /Планлаштырылған саралар битендә ҡабул ителә.
9 ноябрь 2020
«Алтын тауыш» Республика вокалистар конкурс-фестивале йомғаҡтары тураһында
«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында вокалсыларҙың «Алтын тауыш» Республика конкурс-фестивален үткәрә.
Конкурс-фестиваль һәләтле балалар һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, йәш һәләтлеләрҙең ижади үҫешен стимуллау, башҡарыу оҫталығын үҫтереү, үҫеп килгән быуында патриотик тойғо тәрбиәләү, белем биреү учреждениеларын республика һәм илдең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.
Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын киҫектереү менән бәйле конкурс-фестиваль дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса солистар һәм дуэттар араһында «Академик йырлау» «Халыҡ йырын башҡарыу», «Эстрадалы йырлау» номинациялары буйынса туғыҙ йәш төркөмдәре буйынса үтәсәк.
Конкурс-фестивалгә балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән, Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең юғары профессиональ белем биреү учреждениеларынан 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителде.
Жюриға республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Жюри председателе – Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулловна – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокаль сәнғәте кафедраһы мөдире, РФ мәҙәниәт Министрлығының «Мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштар өсөн» түш билдәһе эйәһе, Жюри ағзалары – Әбделмәнов Йәмил Абдулахатович – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокаль сәнғәте кафедраһы профессоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы; Слягузова Светлана Анваровна – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижирлығының һәм эстрада-джаз башҡарыусыларының кафедраһы доценты, Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) «Эстрада музыкаль сәнғәте» бүлеге уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы.
Эш йомғаҡтары буйынса жюри конкурс-фестиваленең 195 бүләкләнеүсеһен билдәләне. Гран-приға Князев Григорий, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының студенты, Й.А.Әбделмәнов уҡытыусы класы. 40 конкурсант – 1 дәрәжә, 43 конкусант – 2-се дәрәжә, 48 конкурсант – 3-сө дәрәжә лауреаттары, 60 конкурсант дипломант исеменә лайыҡ булды.
Гран-при һәм 1 дәрәжә Лауреаттары аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Конкурс-фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар белем биреү учреждениеларының электрон почта адрестарына ебәрелде.
Конкурс-фестиваль йомғаҡтары буйынса еңеүселәр тураһында видефильм сығарыласаҡ. Ул БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСИ белем биреү буйынса РУМҮ официаль сайтында урынлаштырыласаҡ.
9 ноябрь 2020
11 ноябрҙә «Фольклор: башынан бөгөнгө заманға тиклем» онлайн конференция-семинар буласаҡ
2020 йылдың 11 ноябрендә. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы нигеҙендә фольклор ижадын һаҡлау һәм үҫтереү һорауҙары буйынса мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм уҡыусылары, фольклорсылар, этномузыкологтар, холыҡ һөнәрҙәре оҫталары өсөн «Фольклор: башынан бөгөнгө заманға тиклем» онлайн конференция-семинары буласаҡ.
Конференция-семинарҙа профессор, искусствоведение кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкологов кафедраһы кандидаты Ахметжанова Нелла Васильевна; доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, БР халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Айытҡолов Азат Минигалеевич; доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыка башҡарыу кафедраһының мөдире вазифаһын башҡарыусы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғайсаров Артур Борханович; З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы доценты, искусствоведение кандидаты Махней Светлана Ивановна, һәм, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәксе һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Конференция-семинар дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк. Конференция-семинар программаһында ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү, уйын фольклор бейеүҙәренә, традицион башҡорт музыкаль ҡоралдарында ансамблле башҡарыу методикаһы һорауҙары, халыҡ ижадын, халыҡ йолаларын, башҡорт ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре һәм башҡа һорауҙар. Онлайн-конференция сиктәрендә докладсылар сығыштары, фото һәм видео презентациялар планлаштырыла.
Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының, БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы пландары буйынса үтәсәк.
10 ноябрь 2020
Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Рәсәйҙең Ун туғыҙынсы йәштәр Дельфий уйындары йомғаҡтары тураһында
1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Рәсәйҙең Ун туғыҙынсы йәштәр Дельфий уйындары 2020 йылдың 6-11 ноябрендә яңы форматта дистанцион технологиялар ҡулланып үтә. Йәш таланттар классик, халыҡ һәм заманса сәнәғәт номинациялары буйынса ситтән тороп ярышалар.
Башҡортостан Республикаһы йыл һайын Дельфий уйындарында ҡатнаша. 2020 йылда ла Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн һәләтле балалар һәм талантлы йәштәр араһынан иң шәптәренән делегация тупланды.
2020 йылғы Дельфий уйындары йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы делегацияһы уңышлы сығыш яһаны:
Домрачева Полина Николаевна (фортепиано), Урта махсус музыкаль колледж (уҡытыусыһы – Кәримова Лия Фридоновна) – көмөш миҙал яуланы (2 урын);
Мордвинова Дарья Александровна (яңғыҙ башҡарыу), Октябрьский музыкаль колледжы (уҡытыусыһы – Хисаева Гульнара Биктимировна) – көмөш миҙал яуланы (2 урын).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Дельфий уйындарына Башҡортостан Республикаһы делегацияһын һайлау, туплау һәм ебәреү һорауҙары менән традиция буйынса Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эш төркөмө шөғөлләнә. Уның составына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының йәштәр политикаһы һәм спорт Министрлығы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты вәкилдәре инә. Эш төркөмө менән етәкселек итеү Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге директоры Л.А.Марешоваға һалынды.
20 ноябрь 2020
А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамблдәр конкурсы йомғаҡтары тураһында
2020 йылдың 17 ноябрендә дистанцион форматта Zoom платформаһында балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, һәм шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының музыка мәктәптәре уҡыусылары араһында А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамблдәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү үтте.
Башҡортостан Республикаһың ҡалалары һәм райондарынан, Һарытау өлкәһе, Ставрополь һәм Мәскәү ҡалаларынан 35 дуэт, трио һәм квартеттарынан 100-ләп бала А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Асыҡ Региональ фортепианолы ансамблдәр конкурсы еңеүсеһе исеме өсөн көрәште.
Конкурстың жюри рәйесе – А.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институтының фортепианолы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, искусствоведение кандидаты Рөстәм Рәжәп улы Шәйхетдинов һәм жюри ағзалары: Михаил Юрьевич Кочуров – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Тамара Геннадьевна Захарова – Октябрьский музыкаль колледжының «Фортепиано. Оркестр ҡыллы инструменттары» предмет-цикл комиссияһы уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреүҙең Почётлы хеҙмәткәре түбәнге йомғаҡтар яһаны.
Гран-при яулаусы фортепианолы дуэт Калюжная Ульяна – Красковская Екатерина, Б.Л.Пастернак исемендәге «Балалар музыка мәктәбе», Мәскәү ҡалаһы (уҡытыусыһы – Л.Ю.Воронцова); 1, 2, 3 дәрәжә лауреаттары – Башҡортостан Республикаһынан 18 ансамбль: Октябрьский, Өфө, Туймазы, ҡалалары, Туймазы районы Серафимовка ауылы, Баҡалы районының Баҡалы ауылы һәм, шулай уҡ, Ставрополь ҡалаһы, Һарытау өлкәһе Балаково ҡалаһы; дипломанттар – 13 ансамбль. Бөтә ҡатнашыусыларға ла дипломдар электрон почта адрестарына ебәрелде. Конкурс еңеүсеһе ойоштороу комитетынан аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Ижади сара Октябрьский ҡалаһы ҠО 1-се һанлы Балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм ДБМСИ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2020 йылдың төп саралар планына ярашлы үтте.
А.М.Хәйҙәрова исемендәге VII Бөтә Рәсәй фортепианолы ансамблдәр конкурсы йомғаҡтарын һәм отчётын Конкурстар, күргәҙмәләр /БР мәҙәниәт Министрлығының планына ярашлы конкурстар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарарға. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
24 ноябрь 2020
«Фольклор – башынан хәҙергегә тиклем» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар үткәреү йомғаҡтары тураһында
2020 йылдың 11 ноябрендә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге ситтән тороп, Zoom платформаһында видеоконференцбәйләнеш технологияларын ҡулланып, мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм уҡыусылары, фольклорсылар,, этномузыкологтар, халыҡ һөнәрҙәре оҫталары өсөн фольклор ижадын һаҡлау һәм үҫтереү һорауҙары буйынса «Фольклор: башынан хәҙергегә тиклем» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар үткәрҙе.
Конференцияла 100-ләп кеше ҡатнашты, уларҙың 13 доклад менән сығыш яһаны.
Конференцияның темаһы республиканың белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм уҡыусылары араһында араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, музыкаль колледждар, Өфө, Учалы, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларының балалар музыка мәктәптәре.
Сара башҡорт халҡының Фольклор ижадын яңынан тергеҙеү, үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Форумда традицион башҡорт музыка ҡоралдарында ансамблле башҡарыу, башҡорт халыҡ йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү һорауҙары ҡаралды. Тыуған төйәккә, Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һөйөү – бөтә докладтарҙың да иң төп өлөшө булып торҙо.
С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының ПЦК «Декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» Хажиева Әнисә Әнүәр ҡыҙының «Халыҡ туҡыуы. Өйрәнеү һәм уҡытыу тәжрибәһе» исемле доклады ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Элек-электән башҡорттарҙың традицион хужалыҡ формаһы тәбиғи етештереү менән бәйле булған. Йорт-ҡурала кәрәкле әйберҙәр башлыса үҙ ҡулдары менән эшләнгән. Традицион үҙҙәре эшләгән әйберҙәр 19 быуат аҙағында ғына һатып алынған әйберҙәргә алмаштырыла башлай. Шуның менән бергә декоратив-ҡулланма сәнғәт төрҙәре лә көндәлек тормоштан китә башлай. Шулай итеп тире эшкәртеүҙең традицион формаһы, тире һәм ағас һауыт-һаба яһауҙың, биҙәүестәр, аяҡ кейемдәре, мебель эшләү төрҙәре онотола һәм юғала… Туҡыу ҙа юғалып барған кәсептәр араһында.ю була. Бөгөнгө көндә өйҙә туҡылған әйберҙәрҙе музейҙа ғына күреп була тиһәк тә була. Оло йәштәгеләр туҡыу станоктарын, туҡыу процесын белһәләр, йәш быуын өсөн – был билдәһеҙ өлкә.
К.А.Валеев исемендәге РБ СКИ этнохудожество бүлеге уҡытыусыһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Хәкимиәтенең «Душа России» премияһы лауреаты, БР халыҡ ижады «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе – Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙының «Фольклор. Башҡорт ғаилә ҡиммәттәре» темалы сығышы ла тыңлаусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды.
Бөтә сығыш яһаусылар ҙа үҙҙәренең методикалары менән уртаҡлашты.
Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге һәм С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы пландары буйынса үтте.
Конференция-семинар эшенең йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ сығасаҡ.
Отчётты Конференциялар, семинарҙар битендә ҡарарға.
24 ноябрь 2020
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 19 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 23.11.2020 №1147 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|