ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
НОЯБРЬ 2021
12 ноябрь 2021
18 ноябрҙә «Халыҡ-сәхнә бейеүенә өйрәтеү методикаһы үҙенсәлектәре. Рус бейеүе, башҡорт бейеүе» исемле онлайн-конференция үтәсәк
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы РУМҮ 2021 йылдағы төп саралар пландарына ярашлы Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы нигеҙендә «Халыҡ-сәхнә бейеүенә өйрәтеү методикаһы үҙенсәлектәре. Рус бейеүе, башҡорт бейеүе» исемле Асыҡ Республика онлайн-конференция үтәсәк.
Сарала Һамар дәүләт мәҙәниәт институты доценты, хореография кафедраһы профессоры, Көньяҡ Осетия Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Волжские узоры» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баш балетмейстеры һәм етәксеһе Шишкин Алексей Павлович, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы, бейеү студияһы етәксеһе Зиннурова Алһыу Аюп ҡыҙы, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре Дәүләт академия ансамбле солисы Аюпов Илнур Рафиҡ улы ҡатнашты.
Конференция 2021 йылдың 18 ноябрендә 14.30 сәғәттә дистанцион форматта Zoom платформаһында үтәсәк. Бәйләнеш өсөн һылтанма заявкалар ебәргән ҡатнашыусыларҙың электрон адрестарына алдан ебәреләсәк. Zoom платформаһына инеү өсөн регистрацияланғанда, заявкаға ярашлы исемен, фамилияһын, отчествоһын яҙырға тейеш, йәиһә ҡатнашыусы конференцияға индерелмәйәсәк. Техник талаптар: Интернет селтәренә бәйләнешле һәм тауыш биреү ҡоролошо булған компьютер. Zoom платформаһынла ҡатнашыусыларҙы регистрациялау һәм бәйләнеш 14.15 сәғәттә.
Заявкалар 2021 йылдың 17 ноябренә тиклем электрон формала беҙҙең сайтта урынлашҡан КОНФЕРЕНЦИЯЛАР, СЕМИНАРҘАР битендә ҡабул ителә.
16 ноябрь 2021
БР мәҙәниәт министрлығының РУМҮ «Уҡытыу һәм концерт тәжрибәһендә концертмейстер» программаһы буйынса уҡыуҙар ойоштора
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге 2021 йылдың 29–30 ноябрендә Zoom платформаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программа буйынса «Уҡытыу һәм концерт тәжрибәһендә концертмейстер» программаһы буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының Концертмейстерҙары өсөн уҡыуҙар үткәрә.
Сарала рәсәй пионисы, П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы доценты Михаил Викторович Лидский (Мәскәү ҡалаһы) һәм, шулай уҡ, Урта махсус музыкаль колледжы уҡытыусылары һәм концертмейстерҙары (Өфө ҡалаһы) ҡатнашасаҡ. Программала УММК уҡыусылары менән Концертмейстер оҫталығы буйынса лецкион һәм асыҡ дәрестәр планлаштырылған.
Заявкалар 2021 йылдың 24 ноябренә тиклем электрон формала, беҙҙең сайттың КВАЛИФИКАЦИЯ ҮҪТЕРЕҮ /ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН САРАЛАР битендә ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәт +7 (347) 235-78-16 (өҫт. 105, 112) телефоны буйынса.
Сара аҙағында тыңлаусыларға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ бирелә.
17 ноябрь 2021
Октябрҙә етәксе хеҙмәткәрҙәренең уҡыуҙары үтте
2021 йылдың 27–28 октябрендә дистанцион форматта Zoom платформаһында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары менән идара итеү» темалы уҡыуҙарын үткәрҙе. Мәҙәниәт өлкәһендә етәкселәр, етәксе урынбаҫарҙары, методистары, шул иҫәптән, балалар сәнғәт мәктәптәренең (сәнғәт төрҙәре буйынса) методик берекмәләренең, эшмәкәрлеген алып барыусы, бүлек мөдирҙәре (предмет-цикл комиссиялары менән) уҡыуҙарҙа ҡатнашты.
Сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина, «IP» Халыҡ-ара компетенция үҙәге директоры урынбаҫары, Рәсәй дәүләт интеллектуаль милек академияһы уҡытыусыһы, «Мәҙәниәт» милли проектының («Ижади кешеләр» федераль проекты) Иван Станиславович Шрамков (Мәскәү ҡалаһы) белем биреү программалары спикеры, беренсе проректор – Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры, педагогик фәндәре докторы, профессор Александр Анатольевич Володин (Мәскәү ҡалаһы), Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ директоры Лариса Алексеевна Марешова, һәм министерство, ведомство һәм ойошмалар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
Уҡыуҙар барышында төрлө темалар ҡаралды: креатив индустрияларҙа белем биреү ойошмаларҙың роле, инвалидтарҙы һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе уҡытыу үҙенсәлектәре, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан көйләү, норматив-хоҡуҡи акттарҙың положениеларын үҙгәртеү, белем биреү процесында тәрбиәләүҙең эш программаларын башҡарыу мәсьәләләре, (COVID-19) яңы коронавирус инфекцияһын таратмау шарттарында белем биреү ойошмаларында санитар-эпидимиологик талаптар, белем биреү учреждениеларының антитеррористик һаҡланыу һорауҙары.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте.
23 ноябрь 2021
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 18 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 19.11.2021 №2267 приказы менән раҫланған.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|