ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


НОЯБРЬ  2022


8 ноябрь 2022

«Һәләтлелеләр ваҡыты» инструменталь башҡарыу Асыҡ Республика конкурсы йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 29–31 октябрендә БР ДБПББУ Урта махсус музыкаль колледж, БР ДБПББУ Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), МТББ МБУ Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе, ЮББ ФДББУ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында «Һәләтлелеләр ваҡыты» инструменталь башҡарыу Асыҡ Республика конкурсы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының балалар музыкаль мәктәптәренән, балалар сәнғәт мәктәптәре нән 130 артыҡ уҡыусы ҡатнашты.

Конкурс тыңлауҙар яңғыҙ башҡарыусылар өсөн ете номинация буйынса өс йәш төркөмдәрендә үтте. Жюри составына З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессорҙары, Урта махсус музыкаль колледж, Өфө сәнғәт училищеһының уҡытыусылары инде.

Жюри түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләне: конкурстың 1-се Гран-при яулаусыһы – Тришин Семён (саксофон), В.Н.Пегов исемендәге Өфө БСМ, уҡытыусыһы – В.В.Тришин, 18 конкурсант 1-се дәрәжә лауреаты, 27 конкурсант – 2-се дәрәжә лауреаты, 41 ҡатнашыусы – 3-сө дәрәжә лауреаты, 25 конкурсант дипломант һәм 10 кеше ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ, жюри ҡарары буйынса өс ҡатнашыусыға махсус бүләк бирелде, 18 уҡытыусы «Педагогик оҫталыҡ өсөн» дипломына, 10 концертмейстер «Башҡарыу оҫталығы өсөн» дипломына лайыҡ булды.

Гран-при, I-се дәрәжә лауреаттары һәм махсус бүләктәр яулаусылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Сараны Башҡортостан мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, БР ДБПББУ Урта махсус музыкаль колледжы үткәрҙе.

     
     



8 ноябрь 2022

«Беҙ ҡанаттар асабыҙ»: сикһеҙ мөмкинлекле балаларҙың ижади осошо

Инклюзив проект «Беҙ ҡанаттар асабыҙ» Республика конкурс-фестивале быйыл Башҡортостанда икенсе тапҡыр уҙа. Был үтеп барған көҙҙөң өсөнсө проекты. Ошо проекттар сиктәрендә БР Милли симфоник оркестры республиканың башҡа учреждениелары менән берлектә йәштәрҙең ижади үҫешенә ярҙам итә. Быға тиклем «Елкән», «Балалар-балаларға» конкурстары тамамланы. «Беҙ ҡанаттар асабыҙ» Республика конкурс-фестивале «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә БР мәҙәниәт Министрлығы менән раҫлана һәм 6–17 йәшкә тиклемге сәләмәтлеге яңынан үҙенсәлекле балаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында балалар музыкаль мәктәптәрендә һәм БР мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү ойошмаларында үткәрелә. Ойоштороусылары – БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге һәм БР Милли симфоник оркестры.

Беренсе этабы дистанон форматта видеояҙмалар буйынса үтте. 2022 йылдың 15 сентябреә тиклем ҡатнашыусылар яҙмаларын дүрт номинация буйынса Оргкомитетҡа ебәрҙе: яңғыҙ академик башҡарыу (инструменталь), яңғыҙ академик башҡарыу (вокаль), инструменталь ансамбльдәр, вокаль ансамбльдәр. Икенсе этап йомғаҡтар яһау һәм Гала-концертты үҙ эсенә ала. Гала-концерт 16 ноябрҙә 16.00 «Башҡортостан» ДКЗ үтәсәк. Был проект ярҙамында йәш ҡатнашыусылар киң тамашасылар алдында БР атҡаҙанған артисы, баш дирижеры Дмитрий Крюков етәкселегендәге БР Милли симфоник оркестры менән сығыш яһай аласак.

Күпселек балалар өсөн был концерт тормоштарындағы һәм ижади биографияһында бик мөһим ваҡиға булып торасаҡ. Концертҡа инеү алдан яҙылыу буйынса бушлай буласаҡ.



14 ноябрь 2022

«Фольклор: башынан хәҙергә тиклем» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар йомғаҡтары тураһында

2022 йылдың 11 ноябрендә К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә дистанцион форматта фольклор ижадын һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса «Фольклор: башынан хәҙергә тиклем» Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли онлайн конференция-семинар үтте (Рәсәй халыҡтарының ижади мираҫы Йылына арнала).

Конференция-семинарҙа 40 артыҡ кеше ҡатнашты: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары етәкселәре, педагогик хеҙмәткәрҙәре, студенттары, шул иҫәптән 16 докладсы ҡатнашты.

К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, «Урал-батыр» сәсәндәр мәктәбе, «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһының етәксеһе БР Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Асия Сулпан ҡыҙы Ғәйнуллинаның «Аҡһаҡ ҡола» башҡорт халыҡ эпосының вариатив төрҙәре» темалы доклады ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Конференция-семинар программаһында фото һәм видеопрезентациялар күрһәтелде, халыҡ художестволы ижадын һаҡлау һәм таратыу төрө булараҡ этнохудожество белем биреү мәсьәләләре ҡаралды, һәм шулай уҡ, Иван Купала көнөн байрам итеү буйынса славян халыҡ ауыҙ -тел ижады буйынса методик кәңәшмәләрәләр бирелде.

Башҡорт фольклоры – башҡорт халҡының төрлө жанрҙарҙары менән тәҡдим ителгән ауыҙ-тел ижады-тормош – көнкүреш, йола, хеҙмәт йырҙары, әкиәттәр, легендалар, эпик әҫәрҙәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар һәм башҡалар. Былар барыһы ла ьеҙҙещата-бабаларыбыҙҙың быуаттан быуатҡа күсеп килгән ижады. Ул фольклорҙың иң мөһим мәсьәләһен – киләсәк быуынға еткереү бурысын башҡара.

Сара Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының УМҮ һәм К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы пландарына ярашлы үтте.

   



17 ноябрь 2022

ХI Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында

ХI Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсында ижад-белем биреү практикаһында электрон музыкаль инструменттар һәм цифрлы технологиялар ҡулланған уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Сара бер турҙан биш номинация буйынса үткәрелә: «Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу», «Компьютерҙа аранжировка (обработка, переложение)», «Композиция (синтезаторҙа йәки компьютерҙа)», «Синтезатор +…» (ансамблдәр өсөн номинация), «Методик ҡулланма» – уҡытыусылар өсөн номинация.

Конкурс ике турҙан уҙғарыла:

I тур (һайлап алыу) ситтән тороп 2023 йылдың 1–16 февралендә үтә, MP3, AVI, ноты – *sib, *final, PDF, JPG, TIFF форматлы цифрлы йөрөтөүселәрҙә ебәрелгән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау) ысулы менән.

II тур 2023 йылдың 17–18 февралендә очно-ситтән тороп 10-сы Балалар музыка мәктәбендә үтәсәк. I тур һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади эштәрен күрһәтәләр.

ХI Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында Положениены КОНКУРСТАР, КҮРГӘҘМӘЛӘР/БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЛАНЫ БУЙЫНСА ҮТКӘРЕЛГӘН КОНКУРСАР тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



21 ноябрь 2022

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 17 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 21.11.2022 №2892 приказы менән раҫланған.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru