ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


НОЯБРЬ  2023


2 ноябрь 2023

2024 йылда педагогик хеҙмәткәрҙәренең фәнни, ижади, методик эштәренең IХ Республика конкурсы үтәсәк

Педагогик хеҙмәткәрҙәренең фәнни, ижади, методик эштәренең IХ Республика конкурсында мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары укытыусылры, балалар сәнғәт мәктәптәренең (сәнғәт төрҙәре буйынса), Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениелары коллективтары ҡатнаша ала.

Заявка бирелгән эштәр һаны, йәш, эш стажы һәм конкурс эштәре авторҙарының квалификация категорияһы буйынса сикләүҙәр ҡарамай.

Конкурс ике төркөм буйынса үткәреләсәк: «Балалар сәнғәт мәктәптәре педагогик хеҙмәткәрҙәре» (балалар музыкаль, художестволы, хореография мәктәптәре); «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре». Һәр төркөмдә ике номинация: «Методик эш», «Ноталый йыйынтыҡ».

Конкурс ике этаптан үтәсәк:

I этап (һайлап алыу) – 2024 йылдың апрель–май айҙарында белем биреү учреждениеларында;

II этап (республика) – 2024 йылдың май–декабрь айҙарында Өфө ҡалаһында үтәсәк.



10 ноябрь 2023

«Таланттар осоро» III Асыҡ республика инструменталь башҡарыу конкурсы йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 3–5 ноябрендә БР ГБПОУ Урта махсус музыкаль колледжы нигеҙендә, Өфө ҡалаһы ҠО Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы Балалар музыкаль мәктәбе, З.Исмәғилев исемендәге ФГБОУ Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә III Асыҡ инструменталь башҡарыусыларҙың «Таланттар осоро» конкурсы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһынан һәм Силәбе өлкәһенән балалар музыкаль мәктәптәренән һәм балалар сәнғәт мәктәптәренән 200 самаһы уҡыусы ҡатнашты.

Жюри составына З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары, Урта махсус музыкаль колледжы укытыусылры инде.

Жюри эше йомғаҡтары буйынса түбәндәге еңеүселәр бүләкләнде: Гран-при яулаусы – Арсланова Самира (скрипка), Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ уҡытыусы А.В.Рыбакина, 14 конкурсант 1 дәрәжә лауреаты, 25 конкурсант – 2 дәрәжә лауреаты, 60 конкурсант – 3 дәрәжә лауреаты, 65 конкурсант дипломант исеменә лайыҡ булды, 31 кеше ҡатнашыусы дипломант алды.

Шулай уҡ жюри ҡарары буйынса 7 ҡатнашыусыға махсус приз тапшырылды, 14 уҡытыусы «Педаогик оҫталыҡ өсөн» дипломы, 12 концермейстер «Башҡарыу оҫталығы өсөн» дипломына лайыҡ булды. Гран-при яулаусы, I дәрәжә Лауреаттары һәм махсус приздар яулаусылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса, РУМҮ, БР ДБПББУ Урта махсус музыкаль колледжы үткәрҙе.

   
       



15 ноябрь 2023

2024 йылда йәш вокалистарҙың Салауат Низаметдинов исемендәге IV Асыҡ Республика конкурсы үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт колледжы Салауат Низаметдинов исемендәге IV Асыҡ Республика конкурсында ҡатнашырға Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа региндарынан мәҙәниәт өлкәһендәге профессиональ белем биреү учреждениелары: музыкаль училищела (колледждар), студенттарын, урта махсус музыкаль мәктәптәренең һәм гимназияларының 8–11 класс уҡыусыларын; һәм шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә юғары белем биреү учреждениеларының 1–2 курсы студенттарын һәм әзерлек бүлектәре студенттарын саҡыра.

Конкурс яңғыҙ башҡарыусыларҙың «Академик йыр» һәм «Эстрада йыр» номинациялары буйынса ике этаптан үтәсәк:

I этап (һайлап алыу) – белем биреү ойошмаларында;

II этап (республика) – 2024 йылдың 29 февраленән 1 мартына тиклем Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт колледжы нигеҙендә үтәсәк.



20 ноябрь 2023

2024 йылдың март айында Өфө ҡалаһында Шамил Ибраһимов исемендәге XI Бөтә Рәсәй хор дирижерҙары конкурсы үтәсәк

Шамил Ибраһимов исемендәге XI Бөтә Рәсәй хор дирижерҙары конкурсы өс турҙан үтәсәк:

I тур – ситтән тороп – дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса;

II һәм III турҙар – күҙгә-күҙ ҡарашып 2024 йылдың 27–29 мартында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында.

Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт өлкәһендә юғары белем биреү учреждениелары һәм әҙерлек студенттары, профессиональ белем биреү учреждениеларының III–IV курстары студенттары; юғары белем биреү ойошмаларының (бакалавриат һәм белгес дәрәжәле) студенттары саҡырыла.



21 ноябрь 2023

2024 йылда Сибай ҡалаһында «Батырҙар иле–2024» XI Асыҡ Республика балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы үтәсәк

Конкурс балалар художестволы, музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, урта белем биреү мәктәптәре, балалар ижад йорттары, йәш техниктар станциялары, йәш техниктар, урта һәм юғары белем биреү учреждениелары студенттары өсөн өс этаптан үткәреләсәк:

I этап – һайлап алыу – Белем биреү учреждениеларында;

II этап – һайлап алыу – заочный – эштәрҙең ебәрелгән фотолары буйынса. Заявкалар бирелгән форма буйынса Сибай БХМ электрон почтаһына sibhudskola@mail.ru 2024 йылдың 1–10 мартына тиклем ебәрелергә тейеш.

III этап – республика этабы – ситтән тороп үткәрелгән һайлап алыу этабынан һуң ебәрелгән эштәр буйынса: 453837, г.Сибай, ул.Белова, 36/1, МБУ ДО «Сибай БХМ».

Конкурс темалары:

– «Урал Батыр» эпосы темаһына ижади эштәр

– Башҡорт халҡ әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм эпостары

– Милли башҡорт йолалары, фольклор.

Конкурс номинациялары:

Живопись (акварель, гуашь, акрил, май)

Графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы һәм башҡалар)

Скульптура (балсыҡ, керамика, заман материалдары)

Ағасҡа һырлау

Декоратив-ғәмәли сәнғәт (гобелен, туҡыу, ҡорамалы тегеү, кейеҙ баҫыу, ҡабыҡ һ.б.)

Кейем дизайны һәм моделлау – дефиле. (Костюмдар моделе миниатюр вариантта ҡурсаҡтарҙа күрһәтелергә мөмкин). Ҡурсаҡтар бейеклеге – 50 см кәм булмаҫҡа тейеш. Натураль ҙурлыҡтағы костюмдар өсөн ойоштороусылар моделдәр тәҡдим итә).



23 ноябрь 2023

«Балалар музыка мәктәбендә һәм балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 20–22 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы «Вәлиев Камил Абдрахманович исемендәге Сибай сәнғәт колледжы» нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар музыка мәктәбендә һәм балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү методикаһы» уҡыуҙары үтте.

Сара сиктәрендә «Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү методикаһы», «Уҡыуҙарҙың беренсе этабы һәм беренсе йыл дәрестәре», «Башҡорт халҡыҡ музыка ҡоралы – ҡурай эшләү», «Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү башында тауыш сығарыу һәм ҡулдарҙы йөрөтөү үҙенсәлектәре» темаларына лекцион, семинар, практик дәрестәр, мастер-кластар үткәрелде. Уҡыуҙар барышында техник күнегеүҙәр, юғары һәм түбән өндәрҙең сафлығы өҫтөндә эшләү үҙенсәлектәре тураһында фекер алышыу булды. Шулай уҡ «Ҡарабай», «Хәтирә», «Порт-Артур». Һәм башҡа башҡорт халыҡ көйҙәрен тикшереү һәм анализлау булды.

Дәрестәрҙе колледж уҡытыусылары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡәйеҡберҙин Нурғәли Мирғәлиевич, Әхмәтов Фәнур Фәритович, Муратов Мансур Юлаевич үткәрҙе.

   
 



24 ноябрь 2023

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 17 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 21.11.2023 №2779 приказы менән раҫланған.


ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru