ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2018


3 декабрь 2018

2019 йылғы Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарының һайлап алыу туры тураһында

БР Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың 19–24 апрелендә Ростов өлкәһендә (Ростов-на-Дону ҡалаһында) Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындары үтәсәк.

Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының официаль делегация составына республиканың мәҙәниәт өлкәле уҡытыу учреждениеларынан уҡыусылар индереләсәк. Ҡатнашыусыларҙың Уйындар үткән ергә тиклем һәм кире юл хаҡтарын түләү РУМҮ иҫәбенән БР бюджетынан бүленгән аҡса ҡарамағынан түләнәсәк. Ойоштороу иғәнәһен түләү – уҡытыу учреждениелары иҫәбенән.

Делегацияның составын Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эш төркөмө һәм региональ һайлап алыу турының жюри ағзалары туплай. Региональ һайлап алыу туры 2019 йылдың 7 февралендә Урта махсус музыка колледжы нигеҙендә юғары әйтелгән Уйындарҙа ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың видеояҙмалары буйынса үтәсәк. Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн 2019 йылдың 25 ғинуарына тиклем бирелгән форма буйынса заявка һәм Уйындарҙың конкурс программаһы башҡарылған видеояҙманы rumc110@mail.ru электрон почта адресына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындарының Положениеһы һәм конкурс һәм фестиваль конкурстарының Программа талаптары НДС России www.delphic.world официаль сайтында («Ун һигеҙенсе йәштәр Рәсәй Дельфий уйындары» бүлегендә) һәм ДБМСУ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ www.rumcrb.ucoz.ru официаль сайтында («Конкурстар, күргәҙмәләр» бүлегендә).



3 декабрь 2018

Театр жанрҙарын йәш башҡарыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсының Положениеһын урынлаштырыу тураһында

Театр жанрҙарын йәш башҡарыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсы («Йәш таланттар» – 2019 Бөтә Рәсәй АРТ-проекты сиктәрендә) балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, колледждарға беркетелгән педагогик практикалы музыка мәктәптәре, урта махсус музыка мәктәп-колледждары уҡыусылары араһында, шул иҫәптән сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар араһында, үткәрелә.

Конкурстың һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы БММ, БСМ, Башҡортостан Республикаһының колледждарға беркетелгән педагогик практикалы музыка мәктәптәре, урта махсус музыка мәктәп-колледждары, В.Т. Спиваков исемендәге СМК МШЮТ методик берекмәләре өсөн яуаплы колледждарға ебәрергә тейеш. Һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн заявкалар биреү сроктарын колледж-кураторҙар үҙҙәренең методик берекмәһендәге мәктәптәргә өҫтәмә хәбәр итәләр.

Конкурстың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Башҡортостан Республикаһының зональ методик берекмәләренең рәйестәре, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге РГИ, урта махсус музыка колледждары етәкселәре һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа региондарының уҡыу учреждениелары 2019 йылдың 22 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ ошо адрес буйынса ебәрергә тейеш: Башҡортостан Республикаһы, 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й., тел. 235-78-16, 233-59-00, 235-78-15(ф.) и по e-mail: aura_x@mail.ru.

Театр жанрҙарын йәш башҡарыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсының («Йәш таланттар» – 2019 Бөтә Рәсәй АРТ-проекты сиктәрендә) Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



3 декабрь 2018

VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында

VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсында ижад-белем биреү практикаһында электорн музыкаль инструменттар һәм цифрлы технологиялар ҡулланған уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Конкурс ике турҙан уҙғарыла:

  • I тур (һайлап алыу) ситтән тороп 2019 йылдың 1–18 февралендә үтә, MP3, AVI, ноты – *sib, *final, PDF, JPG, TIFF форматлы цифрлы йөрөтөүселәрҙә ебәрелгән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау) ысулы менән.
  • II тур 2019 йылдың 19–20 февралендә очно-ситтән тороп 10-сы Балалар музыка мәктәбендә үтәсәк. I тур һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади эштәрен күрһәтәләр.

Педагогик «түңәрәк өҫтәл» 2019 йылдың 20 февралендә үтәсәк. (Музыкаль-компьютер технологиялары нигеҙле ижади ҡаҙаныштар күрһәтеү мөмкин).

Гала-концерт һәм конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү 2019 йылдың 20 февралендә үҙғарыласаҡ. Гала-концертта тик «тере» сығыштар һәм иң яҡшы музыкаль-художестволы композициялар ғына мөмкин. Иң шәп музыкаль әҫәрҙәр һәм аранжировкалар конкурс медиатекаһына индереләсәк.

VII Бөтә Рәсәй «Цифрҙар музыкаһы» электромузыка ижады конкурсы тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



3 декабрь 2018

Ш. Бикмөхәмәтов исемендәге X Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтарының «Хорлы йыйғор» конкурс-фестивален үткәреү тураһында

Ш. Бикмөхәмәтов исемендәге X Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтарының «Хорлы йыйғор» конкурс-фестивалендә (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) ҡатнаша алалар:

  • балалар музыка мәктәптәренең һәм сәнғәт мәктәптәренең балалар хор коллективтары;
  • музыка студияларының балалар хор коллективтары;
  • урта белем биреү мәктәптәренең балалар хор коллективтары;
  • балалар-йәш үҫмерҙәр ижады үҙәктәренең балалар хор коллективтары;
  • мәҙәниәт йорттарының балалар хор коллективтары.

Конкурс программаһына талаптары (программа 3 әҫәрәҙән торорға тейеш):

    1. Башҡорт композиторының музыкаль әҫәрен йәки башҡорт халыҡ йырының эшкәртелгән вариантын башҡарыу (башҡорт телендә башҡарыу хуплана)
    2. Рус йәки сит ил композиторының әҫәре, XX быуаттың 90 йылдарына тиклем яҙылған
    3. Рус йәки сит ил композиторының әҫәре, XX–XXI быуаттың 90 йылдарында яҙылған.

Номинациялар:

  • «Уҡыу балалар академик һәм халыҡ хоры» (БММ, БСМ, музыка студиялары хорҙары)
  • «Һәүәҫкәр балалар академик һәм халыҡ хоры» (СОШ, ЦДЮТ, ДК хорҙары).

«Уҡыу балалар академик һәм халыҡ хоры» (БММ, БСМ, музыка студиялары хорҙары) номинацияһының мотлаҡ шарты – иң кәмендә бер әҫәр a’cappella башҡарылырға тейеш.

Фонограмма ҡулланыу рөхсәт ителмәй (минус, һәм шулай плюс)!

Конкурс-фестивалдең финаль өлөшө 2019 йылдың 20–21 апрелендә З. Исмәғилев ис. сәнғәт институтының Ф. Шаляпин ис. Концерт залында үтәсәк.

Ш. Бикмөхәмәтов исемендәге X Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтарының «Хорлы йыйғор» конкурс-фестивален үткәреү тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



6 декабрь 2018

Башҡортостан Республикаһы башлығы степендиаттарына һәм ижади конкурстар еңеүселәренә дипломдар тапшырыу церемонияһы тураһында

2018 йылдың 7 декабрендә «Башҡортостан» концерт залының кесе залында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе уҡыу йорттары араһынан 2018 йылда ижади конкурстарҙа еңеүселәргә һәм 2018–2019 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы башлығы степендиаттарына дипломдар тапшырыу церемонияһы үтәсәк.

Һәләтле, талантлы балалар һәм йәштәр милләттең һәм халыҡтың интеллектуаль кимәленең һәм ижади үҫешенең күрһәткесе булып тора.

Беҙҙең республикала һәләтле, талантлы балалар һәм йәштәр халыҡ байлығы итеп һанала, йәш быуын тураһында ҡайғыртыу – иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе. Бына бер-нисә йыл рәттән һәләтле, талантлы балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү системаһы бик уңышлы эшләп килә.

1999 йылдан алып айырыуса һәләтле уҡыусыларға һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһы башлығы стипендияһы бирелә. Ошо ваҡыт эсендә 1000 ашыу йәштәр, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһе уҡыу йорттарынан 500 уҡыусы, ошо абруйлы степендияға эйә булдылар.

2018–2019 уҡыу йылында мәҙәниәт өлкәһендә 20 айырыуса һәләтле уҡыусы, профессиональ белем биреү учреждениеһынан 8 студент, республикабыҙҙан тыш юғары уҡыу белем биреү учреждениеһынан 5 студент Башҡортостан Республикаһы башлығы стипендияты булды.

2018 йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 25 йыллығына арналған саралар Планына ярашлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм Республиканың белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге раҫлаған «Мин хоҡуҡтар һәм бурыстар донъяһында» исемле балалар рәсемдәре Конкурсы ойошторолдо һәм үткәрелде.

Конкурста Башҡортостан Республикаһының балалар художество мәктәптәренән, балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәренән 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙың 300-ҙән артыҡ живопись һәм графика эштәре күрһәтелде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 9 уҡыусы беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжәле лауреат булды. Еңеүселәрҙең конкурс эштәре кесе залда экспонат булды.

2018 йылда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы планына ярашлы башҡа күп саралар рәтенән бик әһәмиәтле сара – мәҙәниәт өлкәһе уҡыу йорттарының педагогия хеҙмәткәрҙәренең ижади, фәнни, методик эштәренең VII Республика конкурсы үтте.

Конкурсҡа профессиональ белем биреү учреждениелары һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларының алтмыштан ашыу эше тәҡдим ителде.

Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын баһалаусы жюри етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, доцент, искусствоведение кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире Платонова Светлана Михайловна.

Баһалау аноним рәүештә үтте: конкурс эштәре шифрланды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 33 ҡатнашыусы беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжәле лауреат, 12 конкурсант – дипломант булды.



6 декабрь 2018

Семинар-конференция йомғаҡтары тураһында

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы ҡушыуы буйынса 2018 йылдың 4 декабрендә Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә «Өҫтәмә профессиональ белем биреү буйынса ФИС УДФР мәғлүмәт туплау модулен индереү» семинар-конференцияһы үтте. Был сарала мәҙәниәт өлкәһе уҡыу йорттарының етәкселәре, етәксе урынбаҫрҙары, уҡытыу өлөшө буйынса белгестәр, методика һәм бухгалтерия хеҙмәтселәре ҡатнашты.

Семинарҙа мәҙәниәт өлкәһендә тикшереү һәм күҙәтеү буйынса лицензиялау һәм дәүләт аккредитация Идаралығы секторы бүлеге мөдире Иванцова Наталья Александровна һәм Башҡортостан Республикаһының белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге директоры Марешова Лариса Алексеевна сығыш яһаны.

Сығыштар барышында ҡатнашыусылар 2019 йылдың 1 ғинуарынан сафҡа индереләсәк өҫтәмә профессиональ белем биреү буйынса ФИС УДФР мәғлүмәт туплау (федераль информация система «Белем биреү, уҡытыу тураһында документтар туплау буйынса федераль реестр») модуле спецификаһы тураһында фекер алыштылар. Норматив-хоҡуҡи документация, бирелмәләрҙе һаҡлы селтәргә тоташтырыу, информация системаһына мәғлүмәттәр индереү өсөн шаблондар тултырыу үҙенсәлектәре буйынса һорауҙар ҡаралды. Урта профессиональ белем биреү тураһында дипломдарҙы тултырыу, иҫәп алып барыу һәм биреү тәртибенә айырыуса иғтибар бирелде.

     

     



12 декабрь 2018

«Башҡортостан халҡының ҡанатлы легендалары» VI Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе тураһында

Балалар һынлы сәнғәтенең «Башҡортостан халҡының ҡанатлы легендалары» VI Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе (бөтә донъя халыҡтарының халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре буйынса) балалар художество мәктәптәре, музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, изостудиялар уҡыусылары өсөн түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

  • Рәсем сәнғәте (ҡ/а гризайль);
  • Графика (ҡ/а);
  • Баҫма графика (ҡ/а);
  • Биҙәү-ҡулланма сәнғәте;
  • Искусствоведение.

2019 йылда – бөтә эштәр ҙә ҡара-аҡ төҫтә эшләнә!

Башҡортостан Республикаһында милләттәр һаны 100 артыҡ, шуның өсөн бөтә донъя халыҡтарының халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре ҡаралыуы мөмкин.

РӘСЕМ СӘНҒӘТЕ, ГРАФИКА, БАҪМА ГРАФИКА, БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ номинациялары буйынса конкурс-күргәҙмә артабанғы йәш төркөмдәре буйынса уҙғарыла: 5-7 йәш, 8-11 йәш, 11-13 йәш; 14-18 йәш. Конкурс эштәренең темалары: донъя халыҡтарының хикәйәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре. Башҡарыу техникаһы – ирекле. Эш күләме А2 битенән артыҡ түгел.

ИСКУССТВОВЕДЕНИЕ номинацияһы буйынса конкурс артабанғы йәш төркөмдәре буйынса уҙғарыла: 11-13 йәш; 14-18 йәш. Ҡатнашыусыларға эссе яҙыу мотлаҡ.

Эсселар 2019 йылдың 10 февраленә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се БХМ – arts111@yandex.ru электрон почта адресы буйынса ҡабул ителә.

Рәсем сәнғәте, графика, биҙәү-ҡулланма эштәре 2019 йылдың 17 февраленә тиклем ошо адрес буйынса ҡабул ителә: 453104, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Пионерская урамы, 1А, 1-се БХМ.

Эштәрҙе йыйылма заявкалар (ҡушымта 1 – Положение ҡар.), тултырылған этикеткалар менән бергә тапшырырға.

Конкурс-күргәҙмәлә еңеүселәрҙең эштәре күргәҙмәһен асыу һәм бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 21 февралендә сәғәт 12-лә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының филиалында – Стәрлетамаҡ картина галереяһында (Коммунистическая ур., 84) уҙғарыласаҡ.

Лауреаттар һәм дипломанттар исемлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се БХМ www.rbart1.ru һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы белем биреү буйынса РУМҮ официаль сайттарында урынлаштыраласаҡ.

Контакт мәғлүмәт: 453104, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Пионерская урамы, 1А, e-mail: arts111@yandex.ru – 1-се БХМ, 8(3473) 28-52-03 (факс) – Мухаметдинова Вера Николаевна, Чистякова Марина Алексеевна.

«Башҡортостан халҡының ҡанатлы легендалары» (бөтә донъя халыҡтарының халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, риүәйәттәре буйынса) VI Бөтә Рәсәй конкурс-күргәҙмәһе тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



12 декабрь 2018

Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли конференция үткәреү тураһында

Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында Октябрьский музыка колледжы нигеҙендә 2018 йылдың 13–14 декабрендә «Рәсәй халыҡтарының хор культураһы: заманса башҡарыуҙың һәм музыкаль белем биреүҙең актуаль мәсьәләләре» (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының уҡытыусылары һәм студенттары, ижади, вокаль-хор коллективтарының етәкселәре өсөн Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк.

Конференцияла А.В.Свешников исемендәге Дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Кириллович Волков (Мәскәү ҡалаһы), Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, Екатеринбург, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларының уҡытыу учреждениеларының алдынғы уҡытыусылары ҡатнашасаҡ.

Программала заманса хор башҡарыуының уҡытыу методикаһы һәм практикаһы; Башҡортостан һәм Волга буйы халыҡтарының хор культураһы, балалар хор ижадының проблемалары һәм үҫеш перспективалары һәм башҡа һорауҙар ҡараласаҡ. Форум сиктәрендә доклад сығыштары, мастер-кластар үткәреү, практик дәрестәр, концерт сығыштары планлаштырыла.

Конференция сиктәрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Хор дисциплиналары уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы уҡыуҙар ойошторола.

Был сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республиканың белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге һәм Октябрьский музыка колледжы пландарына яраҡлы үткәрелә.



18 декабрь 2018

Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли конференция йомғаҡтары (Октябрьский ҡалаһы)

2018 йылдың 13–14 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында Октябьский музыка колледжы нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының уҡытыусылары һәм студенттары, ижади, вокаль-хор коллективтарының етәкселәре өсөн «Рәсәй халыҡтарының хор культураһы: заманса башҡарыуҙың һәм музыкаль белем биреүҙең актуаль мәсьәләләре» (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) Региональ асыҡ фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Конференцияла А.В.Свешников исемендәге Дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Кириллович Волков (Мәскәү ҡалаһы), Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет театрының баш хормейстеры Анжелика Владимировна Грозина (Екатеринбург ҡалаһы), Башҡортостан Республикаһының Т.Сайфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Бөтә Рәсәй хор йөмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филилиалы етәксеһе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә буйынса проректоры, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Алсу Афгановна Хасбиуллина, «Хоровое дирижирование» һөнәре предмет-цикл комиссияһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлия Георгиевна Исаева, «Хоровое дирижирование» һөнәре предмет-цикл комиссияһы рәйесе һәм Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) хоры етәксеһе Алевтина Евгеньевна Сморякова, Салауат музыка колледжының директор урынбаҫары һәм башҡорт хоры етәксеһе Гузалия Камиловна Зарипова һәм республика ҡалаларының уҡытыу учреждениеларының башҡа алдынғы уҡытыусылары һәм хор коллективтарының етәкселәре ҡатнашты.

Программала заманса хор башҡарыуының уҡытыу методикаһы һәм практикаһы; Башҡортостан һәм Волга буйы халыҡтарының хор культураһы, балалар хор ижадының проблемалары һәм үҫеш перспективалары һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Форум сиктәрендә доклад сығыштары; З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), Октябьский музыка колледжы, Октябрьский ҡалаһының 2-се һанлы Балалар сәнғәт мәктәбенең хор коллективтары менән мастер-кластар; Октябьский музыка колледжының ижад коллективтарының концерт сығыштары: рус халыҡ йырҙары хоры «Щедрый вечер» (етәксеһе Г.Б.Хисаева) һәм халыҡ хоры «Аяз» (етәксеһе Г.З.Мусина).

Конференция сиктәрендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Хор дисциплиналары уҡытыусыларында компетенция булдырыусы һорауҙар» темалы уҡыуҙар ойошторолдо.

Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республиканың белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге һәм Октябрьский музыка колледжы пландарына яраҡлы үткәрелде.

       

       

       



18 декабрь 2018

«Академик натюрморт» уҡыу рәсеме буйынса VI Региональ Олимпиада үткәреү тураһында

2019 йылдың 23 мартында Күмертау ҡалаһында БХМ һәм БСМ ХБ (художество бүлектәре) уҡыусылары араһында «Академик натюрморт» уҡыу рәсеме буйынса VI Региональ Олимпиада үткәреләсәк. Конкурстың ойоштороусоһо – Башҡорҡостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округының өҫтәмә белем биреү буйынса «Балалар художество мәктәбе» Муниципаль автоном учреждениеһы.

Олимпиадала ҡатнашыусылар: БХМ һәм БСМ ХБ уҡыусылары, бер кластан 2 уҡыусы иҫәбенән.

Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы эштәр менәм иллюстрациялы каталог сығарыласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Олимпиада үткән көн эксперт группаһы эше тамамланғас үткәрелә.

Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 10 көн алдан кластар буйынса ҡатнашыусыларҙың һаны тураһында хәбәр итергә кәрәк. Шулай уҡ факс менән йәки мәктәптең электрон адресына Олимпиадала ҡатнашыу өсөн түбәндәге мәғлүмәтле заявка ебәрергә: ҡатнашыусының Ф.И.О., йәше, класс, уҡытыусының Ф.И.О., уҡытыу учреждениеһының исеме, ҡала (торлаҡ пункты), кәрәк булһа – ҡунаҡханала йәшәү өсөн урын һаны.

Олимпиада координаттары (контакт мәғлүмәт): 453300, Башҡорҡостан Республикаһыны, Күмертау ҡалаһы, Ломоносов урамы, й. 23а, «Балалар художество мәктәбе»; эш тел./факс 8 (34761) 4-19-74, моб. 8-9033104427 – Валиуллина Лариса Александровна – УТЭ (уҡытыу һәм тәрбиә эштәре) буйынса директор урынбаҫары; e-mail: xudogka_kum@mail.ru

БХМ һәм БСМ ХБ (художество бүлектәре) уҡыусылары араһында уҡыу рәсеме буйынса «Академик натюрморт» VI Региональ Олимпиада тураһында Положениены беҙҙең сайтта Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһында үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



18 декабрь 2018

Мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 10–11 ғинуарында мәҙәниәт өлкәһе уҡытыу учреждениелары уҡытыусылары өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Хореография дисциплиналары уҡытыусыларында компетенция булдырыусы мәсьәләләр» исемле уҡыуҙар ойоштора.

Уҡытыуҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы Рудольфа Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжының алдынғы уҡытыусылары алып барасаҡ.

Программала уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар менән практик дәрестәр, улар барышында башҡорт халыҡ бейеүҙәре материалдары ярҙамында хореография уҡытыусыларының эш методтары ҡараласаҡ; хореография сәнғәте аша башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү мәсьәләләре; классик бейеүҙәр уҡытыу методикаһы; хореграфия класында гимнастика уҡытыу методикаһы һ.б.

Уҡыуҙар Рудольфа Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы нигеҙендә уҙғарылысаҡ (Свердлов ур. 38).

Уҡыуҙарға килеүселәргә практик дәрестәр өсөн кейем кәрәк була.

Заявкалар бирелгән форма буйынса 2018 йылдың 21 декабренә тиклем факс: (347) 235-78-15 йәки электрон почта: rumckpk3@mail.ru буйынса ҡабул ителә.

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ информацион хаты, заявка-анкетаның формаһы, уҡыуҙарға ҡабул итеү өсөн ғариза, алдан түләү өсөн документтар (ҡулаҡсалата йәки ҡулаҡсаһыҙ иҫәп) һәм гарантия хатының өлгөһө Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә урынлаштырылған.



25 декабрь 2018

А.Э.Тюлькин исемендәге ХIV Халыҡ-ара художество ижады конкурсын үткәреү тураһында

Александра Эрастовича Тюлькина исемендәге ХIV Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) балалар художество мәктәптәре, балалар сәнғәте мәктәптәренең һәм музыка мәктәптәренең художество бүлектәре, изостудиялар уҡыусылары өсөн үткөрелә.

Конкурс ике этаптан үтә:

  • I этап – һайлап алыу – уҡытыу организацияларында үткәрелә.
  • II этап – халыҡ-ара – 2-се БХМ нигеҙендә (Өфө ҡ., Бабушкина ур., 25) конкурсҡа ебәрелгән эштәр буйынса үткәрелә.

Конкурс йөш төркөмдәре буйынса уҙғарыла: мәктәпкә саҡлы – 7 йәшкә тиклем; кесе төркөм – 8-10 йәш; урта төркөм – 11-13 йәш; өлкәндәр төркөмө – 14-17 йәш номинациялар буйынса:

  • Живопись (акварель, гуашь)
  • Уникаль графика (ҡәләм, йомшаҡ материалдар, майлы пастель, тушь, перо һ.б.)
  • Баҫма графика (офорт, литография, линогравюра, картонда гравюра, монотипия һ.б.)
  • Компьютер графикаһы
  • Скульптура (гипс ҡойоу, балсыҡ, ағас, бәләкәй формалы скульптура, папье-маше, заман материалдары)
  • Декоратив-ғәмәли сәнғәте (гобелен, туҡыу, ҡорамаларҙан тегеү, кейеҙ ҡоролау, авторлыҡ ҡурсағы, туҙ, керамика һ.б.)
  • Искусствоведение

Конкурс йомғаҡтары буйынса каталог баҫыласаҡ.

Күргәҙмәне асыу һәм һәм бүләкләү церемонияһының датаһы һәм ваҡыты тураһында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ официаль сайтында: www.rumcrb.ucoz.ru һәм Өфө ҡалаһының 2-се БХМ сайтында: www.dhsh2-ufa.ru.

Александра Эрастовича Тюлькина исемендәге ХIV Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған) тураһында Положениены Конкурстар, күргәҙмәләр/Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса үткәрелгән конкурсар тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



29 декабрь 2018

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2018 йылдың 20 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 25.12.2018 №1609 приказы менән раҫланған.



29 декабрь 2018

Сәнғәт өлкәһе уҡытыу учреждениелары уҡытыусыларының квалификацияһын үҫтереү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ 2019 йылдың 23–25 ғинуарында сәнғәт өлкәһе уҡытыу учреждениеларының уҡытыу процесында интерактив таҡта ҡулланыусы һәм интерактив таҡта менән эш итергә өйрәнергә теләүсе уҡытыусыларының (шул иҫәптән махсус, музыкаль-теоретик һәм башҡа дисциплиналар уҡытыусылары өсөн) «Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта ҡулланыу» темалы квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса квалификация үҫтереү уҡыуҙарын ойоштора.

Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалһы ҡала округының 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбенең етәкселәре һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Сара лекциялар һәм практик дәрестәр формаһында үтәсәк, интерактив таҡта өсөн «Smart Notebook» программаһының төрлө функциялары һәм мөмкинселектәре ҡараласаҡ.

Уҡыуҙар 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 109/1 йорт) нигеҙендә уҙғарыласаҡ. Уҡыуҙарға килеүселәр үҙҙәре менән хәтер күләме 30Гб кәм булмаған ноутбук, мышь, блок питания, флэш-накопитель килтерергә тейеш.

Заявкалар бирелгән форма буйынса 2019 йылдың 16 ғинурына тиклем факс буйынса: (347) 235-78-15 йәки электронной почта буйынса: rumckpk3@mail.ru ҡабул ителә.

БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ информацион хаты, заявка-анкеталар формаһы, уҡыуҙарға ҡабул итеү ғаризаһы, алдан түләү өсөн документтар (ҡулаҡсалата һәм ҡулаҡсаһыҙ) һәм гарантиялы хаттың өлгөһө Квалификация үҫтереү/Планлаштырылған саралар битендә урынлашҡан.



29 декабрь 2018





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru