ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2019


2 декабрь 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 21 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 26.11.2019 №1366 приказы менән раҫланған.



12 декабрь 2019

10 декабрҙә 2019–2020 уҡыу йылындағы БР Етәксеһе стипендиаттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте

2019 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан» Дәүләт концерт залының кесе залында Башҡортостан Республикаһың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары араһында БР Етәксеһе стипендиаттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте.

БР мәҙәниәт министрының урынбаҫары Ринат Рифович Халиков Республикаһының һәләтле балаларына тантаналы шарттарҙа дипломдар тапшырҙы.

2019–2020 йылда айырыуса һәләтле балалар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына 15 муниципаль районы, 9 ҡала округы балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм Урта махсус музыкаль колледжы уҡыусылары араһынан 48 кандидатураһы Комиссия ҡарамалығына документтарын ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы өсөн тәғәйенләнгән квотаға ярашлы БР Башлығы стипендияһын 20 һәләтле бала яуланы: Илина Аҡбулатова (Сибай ҡалаһының БСМ), Камила Әмирова (Өфө ҡалаһының Урта махсус музыкаль колледжы), Элина Арыҫланбәкова (Дәүләкән районы БСМ), Александр Белов (Октябрьский ҡалаһының 2-се һанлы БСМ), Артём Брусков (Туймазы районының БСМ), Таһир Вәхитов (Өфө ҡалаһының Урта махсус музыкаль колледжы), Мират Ғарипов (Учалы районы Уральск ауылы БСМ), Ильнар Ғилметдинов (Илеш районының БСМ), Рената Исмәғилева (Өфө ҡалаһының Урта махсус музыкаль колледжы), Марсель Ҡаҙыханов (Кушнарен районының БММ), Вера Колесник (Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы БММ), Арина Лебедич (Өфө ҡалаһының 5-се һанлы БММ), Владислава Маковеева (Благовещен районының БСМ), Елизавета Мирошниченко (Туймазы районы Ҡандра ауылының БММ), Мария Моторина (Өфө ҡалаһының 11-се һанлы БММ), Дания Мухамадеева (Учалы районының 1-се һанлы БММ), Варвара Никулина (Өфө ҡалаһының Урта махсус музыкаль колледжы), Мария Смоленкова (Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы БММ), Виктория Теплова (Күмертау ҡалаһының БММ), Айназ Хажиев (Учалы районының Учалы ауылы БСМ).

Белем алыу һәм фән эшмәкәрлегендә ҙур ҡаҙаныштарға ашҡан һәм ҙур һәләтен күрһәткән студенттарҙы дәртләндереү маҡсатында, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән дәүләт профессиональ белем биреү ойошмаларынан 125 студентҡа стипендия булдырылды. Республиканың мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларынан һигеҙ студенты был абруйлы стипендияға лайыҡ булды: Амерханова Диана (Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы), Әминева Мәҙинә (Урта махсус музыкаль колледжы), Бутлевич Юлия(Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы), Иванова Наталья (Октябрьский музыкаль колледжы), Камалов Рөстәм (Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы)), Курочкина Анастасия (С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы), Үтәғолова Гөлсирен (Сибай сәнғәт колледжы), Шаронова Мария (Салауат музыкаль колледжы).

Бөтә стипендиаттар ҙа юғары өлгәшә, ыңғай характеристикалы һәм халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында еңеүҙәр яулаған.

Димломдар тапшырыу тамамланғандан һуң БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Халиков мәҙәниәт өлкәһе профессиональ белем биреү учреждениеларының һәләтле балалары менән аралашты. Ринат Рифович стипендиаттарҙың киләсәк пландары менән ҡыҙыҡһынды; республиканың юғары белем биреү учреждениелары студенттары өсөн мөмкинлектәр, айырыуса билдәле уҡыусыларҙы дәртләндереү ысулдары тураһында һөйләне.

Тантаналы церемония сиктәрендә 2019–2020 уҡыу йылындағы БР Башлығы стипендиаттары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Улар башҡарыуында башҡорт халыҡ һәм рус халыҡ йырҙары, С.Рахманинов, П.Чайковский, Ф.Пуленко, А.Литвинов, Н.Дауытов, Ф.Шәрифуллин әҫәрҙәре яңғыраны.

Һәләтле, талантлы балалар һәм йәштәр һәр ил өсөн үҙ халҡының, милләтенең интеллектуаль һәм ижади үҫеш кимәленең күрһәткесе булып тора.

Беҙҙең республикала һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға дәүләти ярҙам күрһәтеү системаһы барлыҡҡа килде һәм күп йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. 1999 йылдан алып айырыуса һәләтле уҡыусыларға һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһы бирелә. Был ваҡыт эсендә 1000 бала, шул иҫәптән, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларынан 500 ашыу уҡыусыһы был абруйлы стипендияға лайыҡ булды.

Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ пландарына ярашлы үткәрелде.

     
     



17 декабрь 2019

«Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурс-фестивале үткәреү йомғаҡтары тураһында

2019 йылдың 19 ноябрендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында бик матур Гала-концерт үтте. Был концертта «Сал Урал риүәйәттәре» Асыҡ конкурс-фестиваленең еңеүселәре һәм призёрҙары ҡатнашты – Башҡортостан Республикаһының белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларының солистары һәм коллективтары. Театр фойеһында республиканың белем биреү учреждениеларынан конкурс-фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы художество эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары сиктәрендә ойошторолған был проект һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү, үҫеп килеүсе быуында патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, тыуған илдең мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәштәрҙә халыҡ традицияларын үҙләштереү һәм һаҡлау нигеҙҙәрен булдырыу, белем биреү учреждениеларын республиканың һәм илдең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Жюриға республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Рәйесе – Ахметжанова Нелла Васильевна – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының этномузыкалогия кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзы ағзаһы, искусствоведение кандидаты. Жюри составына, шулай уҡ: Азат Миннигалеевич Айытҡолов – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт йыры факультеты деканы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты; Олия Галеевна Вильданова – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хореография сәнғәте кафедраһы мөдире, Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры, хореография дисциплинары уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, искусствоведение кандидаты, театр эшмәкәрҙәре Союзы Сергей Николаевич Игнатенко – Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) «Живопись» предмет-цикл комиссияһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы; Стела Юльевна Маркова – «Ижад» күргәҙмә залының – М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы мөдире, Рәсәй Федерацияһының рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының «Союз художников России» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының региональ бүлегенең декоратив-ғәмәли сәнғәт секцияһы етәксеһе, «Ҡусҡар» художестволы текстиль Студияһы ижади берекмәһе етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһынан 500 ашыу уҡыусы, шул иҫәптән, сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар, конкурс-фестивалдә ҡатнашты. «Сал Урал риүәйәттәре» конкурс-фестиваленең еңеүселәре – ГРАН-ПРИ яулаусылар: «Сценическое представление легенды» номинацияһында – Үҙәнбаев Мираҫ (Сибай сәнғәт колледжының «Урал-батыр» сәсәндәр халыҡ мәктәбе, етәксеһе – Гайнуллина Асия Султановна), «Һынлы сәнғәттә риүәйәт» номинацияһында – коллектив эш (Сибай балалар художество мәктәбе, уҡытыусыһы – Дауытова Гөлсинә Рәйесовна). 20 ҡатнашыусы лауреат булды.

Театр сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Халиков Ринат Рифович һәм БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ директоры Марешова Лариса Алексеевна ҡатнашлығында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Сараны Башҡортостандың Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, БР белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы Администрацияһы, Сибай ҡалаһының Балалар художество мәктәбе һәм Балалар сәнғәт мәктәбе үткәрҙе.

     
     



27 декабрь 2019

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2019 йылдың 19 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 23.12.2019 №1498 приказы менән раҫланған.



31 декабрь 2019





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru