ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2020


2 декабрь 2020

«Балалар балаларға» Халыҡ-ара классик музыка фестивале йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың 13–17 ноябрендә Өфөлә «Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары сиктәрендә «Балалар балаларға» Халыҡ-ара классик музыка фестивале үткәрелде. Проект Башҡортостандың һәләтле балаларын һәм талантлы йәштәрен асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә, үҫеп килгән быуында патриотик тойғо, бөтә донъя классикаһына ҡыҙыҡһыныу, классик музыкаль сәнғәткә ныҡлы ҡыҙыҡһыныу аша халыҡтың мәҙәни үҫеш кимәлен күтәреү, белем биреү учреждениеларын Башҡортостан һәм Рәсәйҙең киң ижади мөхитенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Фестиваль 5 этаптан үтте:

28 сентябрҙән 3 октябрға тиклем 6 һөнәри йүнәлеш буйынса заявкалар ҡабул ителде (флейта, скрипка, баян, фортепиано, саксофон, вокал).

4–10 октябрҙә заявкаларҙы һайлау, эксперт комиссияһының ебәрелгән видеояҙмаларҙы тыңлау һәм һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү булды.

13–31 октябрҙә Zoom платформаһында онлайн мастер-кластар үтте.

10–15 ноябрҙә 6 һөнәри йүнәлеш буйынса онлайн концерт булды.

17 ноябрҙә – проекттың бөтә ҡатнашыусыларын бүләкләү һәм БР Милли симфоник оркестрыны менән Гала-концерт үтте.

Фестивалгә бөтә республиканан 120-нән ашыу заявка килде. Фестивалдең географияһы: 8 ҡала – Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Учалы, Салауат, Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама һәм 4 район – Өфө, Туймазы, Балтас, Учалы. Ҡәтғи һайлап алыуҙар йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының музыкаль учреждениеларынан 10 йәштән 18 йәшкә тиклем 60 бала ҡатнашты.

Проекттың төп сараларынан – Zoom платформаһында онлайн мастер-кластар үткәреү булды.

3 аҙна буйына 6 һөнәри йүнәлеш буйынса дәрестәр барҙы: скрипка, фортепиано, вокал, баян, флейта и саксофон. Һәр төркөмдә10-ар бала шөғөлләнде. Мастер-кластарҙы донъяның төрлө илдәренән иң яҡшы уҡытыусылары үткәрҙе. Проекттың уҡытыусылары араһында:

Александр Поволоцкий (скрипка, Израиль) – скрипкасы һәм композитор, З.Метта Израиль филармония оркестры солисы, «Виртуозы Тель-Авива» ансамбленә нигеҙ һалыусы;

Екатерина Немирович-Данченко (фортепиано, Швейцария) – Женева Консерваторияһы профессоры, «Золотой Орфей» премияһын яулаусы;

Игорь Лазарев (вокал, Мәскәү) – Ҡалмыҡ Республикаһың халыҡ артисы, Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының уҡытыусыһы;

Наталья Осипова (флейта, Мәскәү) – халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Заман тынлы мәктәбе» етәксеһе, Н.С.Голованов исемендәге БММ уҡытыусыһы, Мәскәү флейта үҙәге уҡытыусыһы;

Леонид Друтин (саксофон, Мәскәү) – халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Гнесин исемендәге Дәүләт музыкаль колледжының оркестрҙар өсөн тынлы һәм һуҡма инструменттар бүлеге етәксеһе;

Айҙар Салахов (баян, Мәскәү) – халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

Онлайн мастер-кластар йомғаҡтары буйынса беҙҙең республиканың һәләтле балалар өсөн педагогтар менән 300 дәрес үткәрелде.

Проекттың мөһим этабы – хәйриә онлайн концерттарын үткәреү булды. Улар 10–15 ноябрҙә үтте. Һәр педагог класының үҙенсәлекле концертын күрһәтте. Һәр ҡатнашыусы мастер-класта барған эш буйынса берешәр видеояҙма ебәрҙе. Был видеояҙмаларҙан дөйөм концерт төҙөлдө. Шулай итеп, һәр һөнәри йүнәлеш буйынса 6 хәйриә онлайн концерты үтте. «Балалар балаларға» Халыҡ-ара классик музыкаһы фестиваленең йомғаҡлау сараһы – Гала-концерт булды.

17 ноябрҙә «Башҡортостан» ДКЗ проекттың сағыу финалы булды. Унда БР МСО баш дирижеры Дмитрий Крюков етәкселегендә БР Милли симфоник оркестры ҡатнашты. Концерт башында тантаналы бүләкләү церемонияһы булды: бөтә ҡатнашыусылар ҙа фестивалдең дипломын һәм буклетын, ә уҡытыусылар һәм балаларҙың концертмейстерҙары – рәхмәт ҡағыҙын алдылар. Гала-концертта симфоник оркестр менән бергә иң яҡшы ҡаташыусылар сығыш яһаны. Уларҙы проекттың уҡытыусылары һайлап алды (һәр һөнәри йүнәлеш буйынса 2–3 кеше). 13 йәш музыкант беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡты: Анастасия Попова һәм Элина Хабирова (баян, ДШИ с.Субханкулово, Туймазинский район), Радмила Сабирова (фортепиано, ССМК Өфө ҡалаһы), Самира Аллиулина (фортепиано, ССМК Өфө ҡалаһы), Полина Домрачева (фортепиано, ССМК Өфө ҡалаһы), Чулпан Исхакова (скрипка, ССМК Өфө ҡалаһы), Ляйсан Сайфуллина (скрипка, ДШИ №2 Октябрьский ҡалаһы), Дарий Лихачёв (саксофон, УУИ Өфө ҡалаһы), Семён Тришин (саксофон, УДШИ Өфө ҡалаһы), Лилиана Максютова (флейта, Салауат музыкаль колледжы), Валентин Дадаханов (флейта. ССМК г.Уфа), Алина Нигматуллина (вокал, УУИ Өфө ҡалаһы), Роман Мамалимов (вокал, УУИ Өфө ҡалаһы). Концерттың видеояҙмаһы nsorb-detyam.ru сайтында буласаҡ.

«Балалар балаларға» проектының инициаторы һәм ойоштороусоһо – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры, Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков исемендәге Йәш һәләттәргә һәм профессиональ оҫталарға ярҙам итеүсе Хәйриә фонды. «Балалар балаларға» проекты Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуғы Вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығы һәм, шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының муниципаль ойошмаларының администрациялары берлегендә тормошҡа ашырылды.

Отчётты Конкурстар, күргәҙмәләр /«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» Федераль һәм региональ проекттары битендә ҡарарға.

       



2 декабрь 2020

А.Д.Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсы йомғаҡтары тураһында

«Мәҙәниәт» мили проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә 2020 йылдың 23–28 ноябрендә Александр Давидович Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсы үтте. Унда балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре, һөнәри белем биреү ойошмалары, юғары уҡыу йорттарының студенттары һәм ассистент-стажерҙары ҡатнашты.

Конкурс инструменталь башҡарыу өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ижади һәм профессиональ үҫешен стимуллау, фортепианолы башҡарыу йолаһын һаҡлау һәм үҫтереү, белем биреү учреждениеларын республика һәм илдең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеү маҡсатына йүнәлтелгән.

Жюриға Рәсәй Федерацияһының авторитетлы музыкант-пианистары саҡырылды. Жюри рәйесе Овчинников Владимир Павлович – Рәсәйҙең халыҡ артисы, Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының махсус фортепиано кафедраһы профессоры. Жюри составында: Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты махсус фортепиано кафедраһы профессоры Франк Лев Александрович; Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы профессоры Ғөбәйҙуллин Рөстәм Мансур улы һәм Һамар музыкаль училищеһының уҡытыусыһы Макеенко Елена Николаевна.

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын киҫектереү сәбәпле конкурс дистанцион форматта солистарҙың һәм ансамблдәренең видеояҙмалары буйынса «Фортепиано» һәм «Камералы ансамбль» номинацияларында дүрт йәш төркөмө буйынса үткәрелде. Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск, Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау, Өфө, Ижевск, Әлмет, ҡалаларының музыкаль белем биреүсе төрлө уҡыу йорттарынан 58 заявка ҡабул ителде. Шулай уҡ сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. «Фортепиано» номинацияһында Ҡытайҙан, Хорватиянан, ә «Камералы ансамбль» номинацияһында Швейцариянан конкурсанттар булды.

Жюри эшенең йомғаҡтары буйынса конкурста 51 кеше бүләкләнде: 5 конкурсант 1 дәрәжә лауреаты, 9 конкурсант – 2 дәрәжә, 11 конкурсант – 3 дәрәжә лауреаттары булды. Дипломант исеменә 16 кеше лайыҡ булды һәм 10 конкурсант ҡатнашыусы дипломын алды. Жюри ҡарары буйынса 10 ҡатнашыусыға махсус дипломдар тапшырылды. Хорватияның Загреба Музыкаль академияһынан Далибалтаян Арсен Гран-приға лайыҡ булды.

I, II, III дәрәжә лауреаттары аҡсалата премияларға лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларға дипломдар белем биреү учреждениеларың электрон почталары адрестарына ебәрелде.

Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре менән иллюстрацияланған буклет сыҡты.

Zoom платформаһында жюри, ойоштороусылар һәм конкурса ҡатнашыусылар менән бергә еңеүселәрҙе ҡотлау церемонияһын үтте.

Сараны Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты үткәрҙе.

Отчётты Конкурстар, күргәҙмәләр /«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекттары битендә ҡарарға.

         



8 декабрь 2020

«Алтын тауыш» Республика конкурс-фестивале еңеүселәре тураһында фильм сыҡты

«Мәҙәниәт» Милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡыусыларының вокалсылары араһындағы «Алтын тауыш» Республика конкурс-фестивале Башҡортостан Республикаһы вокал конкурстарының тарихында яңы асыштар яһаны. Конкурс-фестиваль жюриһына республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре инде. Жюри рәйесе – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулловна, эксперттар – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәтович һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Отличнигы Слягузова Светлана Анваровна.

Конкурс-фестивалгә Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән, профессиональ белем биреү учреждениеларынан һәм юғары белем биреү учреждениеларынан 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителде.

Коронавирус инфекцияһының таралыуын киҫектереү сәбәпле конкурс-фестиваль дистанцион форматта солистар һәм дуэттар араһындағы «Академик йыр», «Халыҡ йыры», «Эстрада йыры» номинациялары буйынса туғыҙ йәш төркөмөндә видеояҙмалар буйынса үтте.

Конкурс-фестиваль эштәре йомғаҡтары буйынса жюри 195 кешене бүләкләне. Гран-при яулаусы – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Князев Григорий, Й.Э.Әбделмәнов класы.

Еңеүселәр тураһында видеофильмды YouTube каналында һәм беҙҙең сайтта Конкурстар, күргәҙмәләр /«Мәҙәниәт» Милли проекты. «Ижади кешеләр» федераль һәм региональ проекты битендә ҡарарға.





18 декабрь 2020

«Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының иң яҡшы уҡытыусыһы» Республика конкурсы йомғаҡтары тураһында

2020 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының иң яҡшы уҡытыусыһы» Республика конкурсы үтте.

Конкурс талантлы уҡытыусыларҙы асыҡлауға һәм уларҙың профессиональ үҫешен стимуллауға, уҡытыусыларҙың ижади инициативаһын активлаштырыу һәм стимуллауға, профессиональ аралашыуҙың сиктәрен киңәйтеүгә, алдынғы педагогик тәжрибәне асыуға йүнәлтелгән.

Конкурс ике этаптан үтәсәк: «БСМ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ», «УМУЙ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ» номинациялар буйынса:

– Индивидуаль дәрестәр биреүсе уҡытыусыларын.

– Төркөмдәрҙә белем биреүсе уҡытыусылар.

Конкурс дистанцион форматта ебәрелгән видеояҙмалар һәм документтар буйынса үткәрелде. Конкурста еңеүселәрҙең иң яҡшы дәрестәре Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының дәрестәр методик фондына һәм БР мәҙәниәт Министрлығының ДБМСИ РУМҮ YouTube каналында урынлаштырыласаҡ.

Конкурсҡа 29 балалар музыка, сәнғәт, художество мәктәптәренең һәм 5 урта профессиональ белем биреү ойошмаларынан 60 заявка килде. Ҡатнашыусыларҙың йәше 22-нән 82 йәшкә тиклем, эш стаждары 3 йылдан 45 йылға тиклем, төрлө һөнәрҙәр буйынса: музыканттар, хореографтар, рәссамдар, дөйөм белем биреү һәм теоретик дисциплинар уҡытыусылары.

Конкурстың географияһы: Башҡортостан Республикаһының 9 ҡалаһы – Бәләбәй, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Күмертау, Мәләүез, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм 12 районы – Белорет, Дыуан, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Салауат, Нуриман, Туймазы, Учалы.

Жюри составында З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының, республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.

Жюри рәйесе – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессоры, музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы – Платонова Светлана Михайловна.

Жюри эшенең йомғаҡтары буйынса 40 кеше бүләкләнде: Гран-приға Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Чижова Ольга Александровна лайыҡ булды, 10 уҡытыусыһы 1 дәрәжә лауреаты, 18 уҡытыусы – 2-се дәрәжә, 11 уҡытыусы – 3-сө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Конкурс еңеүселәре ойоштороу комитеты исеменән аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусыларға дипломдар электрон почта адрестарына ебәрелде.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм ДБМСИ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү буйынса Республика УМҮ 2020 йылға пландарына ярашлы үткәрелде.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Отчётты һәм «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының иң яҡшы уҡытыусыһы» Республика конкурсы йомғаҡтарын Конкурстар, күргәҙмәләр битендә ҡарарға.

   
     



21 декабрь 2020

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2020 йылдың 17 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.12.2020 №1305 приказы менән раҫланған.



30 декабрь 2020





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru