ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2021


10 декабрь 2021

«Аккордеониссимо» VIII Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы йомғаҡтары тураһында

2021 йылдың 1–3 декабрендә Өфөлә клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың «Аккордеониссимо» VIII Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтте. Конкурс Өфө сәнғәт училищеһының 100 йыллығына арналды һәм уның нигеҙендә үткәрелде.

14 йыллыҡ тарихы менән был конкурс-фестиваль йолаға әүерелде. Быйыл «Аккордеониссимо» мәҙәни инициативалы Президент фонды үткәргән беренсе гранттар конкурсы еңеүсеһе булды. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының йәштәр политикаһы буйынса Дәүләт комитеты, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге, БР Өфө ҡалаһы ҡала округы Администрацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Музыкаль йәмәғәте, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), «Республика киләсәге» коммерциялы булмаған балалар ижады һәм үҫеше Ассоциацияһы.

Жюри составына билдәле музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, алдынғы белем биреү ойошмалары уҡытыусылары саҡырылды. Жюри рәйесе – бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһының халыҡ инструменттары факультеты деканы Владимир Евгеньевич Орлов (Санкт-Петербург ҡалаһы).

Жюри составында: 2018 йылдың абсолют донъя Чемпионы, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Раду Рэцой (Radu Ratoi) (Молдова Республикаһы); Австралия аккордеонистары Ассоциацияһы рәйесе, Сидней ҡалаһының Музыкаль мәктәбе директоры (Австралия), профессор Татьяна Маркс (Tatjana Marx); З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры, искусствоведение кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы Гребёнкин Игорь Валерьевич.

Конкурс номинациялар буйынса үткәрелде: «Солистар. Академик йүнәлеш, «Солистар. Эстрада йүнәлеше, «Солистар. Электрон аккордеон», «Ансамблдәр».

Фестиваль-конкурс 2 этаптан үтте: 1 тур – һайлап алыу, видеояҙмалар буйынса онлайн, 2 тур – оффлайн, 1 этап еңеүселәре саҡырылды.

«Солистар» – номинацияһының «Академик йүнәлеш», «Эстрада йүнәлеше» – «Ансамблдәр» конкурс өлөшөндә 220-ҙән артыҡ балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең, профессиональ белем биреү һәм юғары белем биреү учреждениелары студенттары, уҡыусылары, һәм шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Новосибирск, Свердловск, Ҡурған, Омск, Ырымбур, Пенза, Һамар, Вологда, Ленинград, Саратов, Костромской, Нижегородской, Силәбе, Мәскәү , Новгород, Тамбов, Ярославль, Иркутск өлкәләренән, Камчатка, Красноярск яҡтарынан, Пермь, Удмуртия, Татарстанан, Карелии, ХМАО-Югры, һәм, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан йәше буйынса сикләнмәгән башҡарыусылар ҡатнашты.

Форум сиктәрендә Рәсәйҙең алдынғы башҡарыусы – аккордеонистарының концерты, жюри ағзаларының мастер-кластары, фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе – Гран-при яулаусы – Раджапова Эвелина, 13 йәш, Благовещен районы сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы, Сунарчиной Ирины Юрьевны уҡытыусы класы, 51 кеше лауреат, 7 – дипломант булды.

     
   



10 декабрь 2021

«Республика гимнын йырлайбыҙ!» проекты – 2021 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең БР Башлығы грантына дәғүә итеүсе конкурс еңеүсеһе тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығы ДБМСУ РУМҮ 2021 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең БР Башлығы грантына дәғүә итеүсе КОНКУРС конкурста «Республика Гимнын йырлайбыҙ!» ижади проекты 2021 йылда еңеүсе булды.

БР мәҙәниәт Министрлығы ДБМСУ РУМҮ «Республика гимнын йырлайбыҙ!» ижади проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Гимнының авторы Ф.Ф.Иҙрисов мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында башҡарыу өсөн партитуралар яҙҙы: оркестрлы (симфоник оркестр өсөн) һәм вокаль-мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында башҡарыу өсөн.

«Республика гимнын йырлайбыҙ!» проекты – оригиналь дизайнлы комплект. Комплектҡа ике «кеҫәле» папка, уның эсендә – баҫма сығарылыш (ламиниацияланған төҫлө битле буклет). Унда оркестр партитураһын һәм айырым инструменттар өсөн партиялар, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының вокаль партитураларын һәм уның рус һәм башҡорт телендә текстары, төҫлө конверт эсендә СД-диск, (Башҡортостан Республикаһы Гимнының башҡорт һәм рус телендә хөр башҡарыуында яҙмаһы менән); А4 һәм А3 форматында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының башҡорт һәм рус телендә текстары менән төҫлө плакаттар.

Комплекттар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларына бүләк итеп тапшырыласаҡ.



14 декабрь 2021

2022 йылда «Музыка аҫылы – моңда» Республика музыкаль-теоретик конкурс-олимпиада үтәсәк

«Музыка аҫылы – моңда» Республика музыкаль-теоретик конкурс-олимпиада (Й.Гайдн тыуыуына 290 йылға арналған) Башҡортостан Республикаһы музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары араһында үткәреләсәк. Конкурста шулай уҡ Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия- интернатының 7 класына тиклемге уҡыусылар ҡатнаша ала.

Конкурс «Шәхси беренселек» номинацияһында өс этаптан үтәсәк.

Беренсе этап – һайлап алыу – Башҡортостан Республикаһы балалар музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәрендә (гимназия-интернатта)

Икенсе этап – зональ – зональ методик берекмәләрендә. Зональ турҙарының үткәреү ваҡыты һәм тәртибе тураһында методик берекмәләр рәйестәре мәктәптәрҙе алдан белгертәләр.

Өсөнсө – Республика этабында ҡатнашалар:

– икенсе этап лауреаттары – артабанғы методик берекмәләрҙән 10-дан артыҡ булмаған ҡатнашыусы: Октябрьский методик берекмәһе; Сибай методик берекмәһе; Салауат методик берекмәһе, шул иҫәптән Салауат музыкаль колледжының В.Т.Спиваков исемендәге МШЮТ; Учалы методик берекмәһе. Өфө методик берекмәһенән 20-нән артыҡ булмаған ҡатнашыусы, шул иҫәптән Өфө ҡалаһынан – 10 артыҡ булмаған ҡатнашыусы;

– Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының 7 класына тиклемге уҡыусылар – 2 ҡатнашыусынан артыҡ булмаған.

Конкурстың өсөнсө этабын үткәреү ваҡыты – 2022 йылдың 8 апрелендә.

Үткәреү урыны – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы).

Конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн белем биреү учреждениеһы етәксеһе раҫлаған заявка зональ методик берекмәһенә 2022 йылдың 1 мартында тиклем ҡабул ителә.

Зональ методик берекмәләре рәйестәре раҫлаған ҡатнашыусылар исемлеге һәм һәр бер ҡатнашыусыға бирелгән форма буйынса заявка 2022 йылдың 20 мартына тиклем БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик берекмәһенең электрон почтаһы адресына rumc110@mail.ru ебәрергә тейеш.

Ентекләберәк беҙҙең сайтта КОНКУРСТАР, КҮРГӘҘМӘЛӘР /БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЛАНЫ БУЙЫНСА ҮТКӘРЕЛГӘН КОНКУРСАР тураһында мәғлүмәт битендә ҡарағыҙ.



21 декабрь 2021

VI Республика башҡарыусылар оҫталығы конкурсы йомғаҡтары тураһында

Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусылары педагогик хеҙмәткәрҙәренең VI Республика башҡарыусылар оҫталығы конкурсы тамамланды. Был традицион ижади ижади сара республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының башҡарыу практикаһын активлаштыпыуға, уларҙың профессиональ квалификацияһын үҫтереүгә, уҡытыусылар араһында талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлауға, мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Конкурс алтынсы тапҡыр үткәрелә. Конкурс тыңлауҙар дистанцион форматта видеояҙмалар буйынса үткәрелде.

Жюри составына Башҡортостан Республикаһының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Улар 400-ләп инструменталь, вокаль ансамблдәренең, солистарҙың сығыштарын тыңланы һәм конкурсанттарҙың юғары башҡарыу кимәленән билдәләне. Жюри рәйесе – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыкаль факультеты деканы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Суханов Владимир Павлович.

Сарала Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларының 1000 ашыу педагогик хеҙмәткәре ҡатнашты. Конкурс тыңлауҙарыры йомғаҡтары буйынса Гран-при яулаусылар: Хәсәнов Дамир Басирович (ҡурай, Балалар музыка мәктәбе, Белорет ҡалаһы), Матвеева Марина Александровна (вокал, Салауат музыкаль колледжы); Урта махсус музыкаль колледжының «Халыҡ инструменттары оркестры» предмет-цикл комиссияһы уҡытыусылары триоһы (етәксеһе Сафин Минивәлей Карамович); Өфө ҡалаһының 11-се һанлы БММ уҡытыусыларының рус халыҡ инструменттары ансамбле (етәксеһе Хардин Олег Геннадьевич); 270 ҡатнашыусы 1–3 дәрәжә лауреаты, 90-дипломант булды).

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының төп саралар Планына ярашлы һәм ДБМСУ мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәгенең 2021 йыл планы буйынса үткәрелде.

     



28 декабрь 2021

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2021 йылдың 16 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 17.12.2021 №2521 приказы менән раҫланған.



30 декабрь 2021





ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru