ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2022


14 декабрь 2022

«Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында инклюзив мөхит булдырыу» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

7‒8 декабрҙә БР мәҙәниәт Министрлығы М.Х.Тухвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республику махсус китапханаһы менән берлектә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларында инклюзив мөхит булдырыу» уҡыуҙарын ойоштоҙо.

М.Х.Тухвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республику махсус китапханаһы етәкселәре һәм белгестәре республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн лекцион һәм практик дәрестәр үткәрҙе.

Уҡыуҙар барышында түбәндәге темалар ҡаралды:

  • сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән граждандарҙың ООН Конвенцияһы положениеһы буйынса инфорация алыу хоҡуҡтары,
  • аҙ мобилле халыҡтар төркөмө өсөн мәҙәниәт объекттарын булдырыу, мәҙәниәттә инклюзияға боролош,
  • сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән граждандар өсөн инфорацион ресурстар һәм хеҙмәттәрҙенә асыҡ мөмкинселек булдырыу,
  • төрлө инфраструктура объекттарында информацион мәғлүмәт йөрөтөү сараларын күреү һәм информацияны ҡыйынһыҙлыҡ менән алыу мөмкинселектәрен булдырыу,
  • махсус китапханалар сайтында контент булдырыу үҙенсәлектәре,
  • мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларында төрлө категория инвалидтары менән эшләү буйынса психолог кәңәштәре,
  • һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн тифлокомментирование ‒ мәғлүмәт алыу сараһы,
  • мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн цифрлы техника ярҙамы.
  • Шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы «Ранняя оттепель» и «Жеребёнок» художестволы фильмдарҙы тифлокомментария менән күрһәтеү ойошторолдо.

    Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ саралар планына ярашлы үтте.

       



    19 декабрь 2022

    2023 йылдың ғинуарында «Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының башланғыс кластарында хореография дисциплиналарын уҡытыу» темалы уҡыуҙар үтәсәк

    БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ 2023 йылдың 12‒13 ғинуарында мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының башланғыс кластарында хореография дисциплиналарын уҡытыу» уҡыуҙарын үткәрәсәк.

    Уҡыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһының ДБПББУ Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының алдынғы уҡытыусылары үткәрәсәк.

    Программала асыҡ һәм практик дәрестәр планлаштырыла, улар барышында классик, ҙа алыҡ-сәхнә, тарихи-көнкүреш бейеүҙәргә өйрәтеү методикаһы һорауҙары ҡараоасаҡ.

    Уҡыуҙар Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы нигеҙендә үтәсәк.



    19 декабрь 2022

    Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

    Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2022 йылдың 15 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 16.12.2022 №3182 приказы менән раҫланған.




    30 декабрь 2022




    ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
    сәғәт 9:00–18:00
    тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
    БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
    Ладыгин урамы, 21 й.
    тел. 8 (347) 235-78-15 факс
    235-78-15; 233-59-00
    e-mail: rumcrb@mail.ru