ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2023


6 декабрь 2023

«Башкортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһының иң шәп уҡытыусыһы» Республика конкурсына йомғаҡтар яһалды

Конкурс ебәрелгән видеояҙмалар һәм документтар буйынса ике төркөмдә үткәрелде: «БСМ уҡытыусылары», «ПББУ укытыусылры» ике номинация буйынса: «Индивидуаль дәрестәр биргән укытыусылар», «Төркөмдә дәрестәр биргән укытыусылар». Конкурстың еңеүселәренең иң шәп эштәре Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү уҡытыусыларының дәрестәре методик фондына инәсәк һәм ДБМСУ БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ сайтында урынлаштыраласаҡ.

Конкурстың географияһы 8 ҡала: Бәләбәй, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Башҡортостан Республикаһының 14 районы: Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Нуриман, Туймазы, Учалы һәм Хайбулла райондарын үҙ эсенә ала.

Жюри составына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Жюри рәйесе – профессор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы вәкиле Платонова Светлана Михайловна.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при яулаусы: Камалова Елена Викторовна – Урта махсус музыкаль колледжы укытыусыһы һәм Зайнышева Юлия Равилевна – С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы укытыусыһы.

Конкурс лауреаттары булды: 48 уҡытыусы, шул иҫәптән, 1 дәрәжә лауреаты – 10 уҡытыусы, 2 дәрәжә лауреаты – 23, 3 дәрәжә лауреаты – 15 уҡытыусы булды, 15 укытыуы – дипломант булды. Гран-при яулаусы-лар һәм 1дәрәжә лауреаттары аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк.

Сара Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы һәм ДБМСУ БР РУМҮ 2023 йылы пландарына ярашлы үткәрелде.

 



7 декабрь 2023

«Остазлыҡ – профессиональ уңыш юлы» Республика конференция-семинары йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 22 ноябрендә ДБПББУ БР Өфө сәнғә училищеһында (колледжында) педагог һәм остаз Йылына арналған «Остазлыҡ – профессиональ уңыш юлы» Республика конференция-семинары үтте.

«Остазлыҡ – профессиональ уңыш юлы» Республика конференция-семинары уҡытыусыларҙың ижади инициативаһын активлаштырыу һәм стимуллауға, профессиональ үҫеш, педагогик тәжрибә уртаҡлашыу һәм уҡытыусы һөнәре абруйын үҫтереү маҡсатында үткәрелде. Сарала 80 гә яҡын кеше ҡатнашты, шуларҙың 17-һе доклад менән сығыш яһаусы.

Конференция-семинар программаһында лекциялар, уҡыу йорттарынының, ноталы йыйынтыҡтарының презентациялары, БХМ һәм БСМ укытыусыларының, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙарының мастер-кластары булды.

Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы һәм ДБМСУ белем биреү буйынса РУМҮ 2023 йылына төп пландарына ярашлы үткәрелде.

     
   



12 декабрь 2023

2024 йылда А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсын үткәреү тураһында

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итә. Ғаилә йылына арналған А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы балалар художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, изостудиялар, урта йөм белем биреү мәсьәләләре уҡыусылары өсөн түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

Живопись (акварель, гуашь, акрил, май)

Графика (ҡәләм, тушь, йомшаҡ материалдар, линогравюра, офорт, компьютер графикаһы һәм башҡалар)

Скульптура (гипс ҡойоу, балсыҡ, ағас, керамика, папье-маше, заман материалдары)

Декоративно-ғәмәли сәнғәт (гобелен, туҡыу, ҡорамалы тегеү, кейеҙ баҫыу, авторлы ҡурсаҡтар, ҡайын туҙы һәм башҡалар)

Искусствоведение.

Эштәр 2024 йылдың 1 июнендә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450064, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Нежинская урамы 5, А.Кузнецов исемендәге №1 БХМ.



13 декабрь 2023

«Аккордеон һәм заман осоро» фәнни-ғәмәли конференция йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 7 декабрендә Өфө сәнғәт училищеһы (крлледжы) нигеҙендә «Аккордеон һәм заман осоро» фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сара клавишалы ҡоралдарҙа башҡарыусыларҙың «Аккордеониссимо» IX Халыҡ-ара фестивал-конкурсы сиктәрендә үтте.

Конференцияла ҡатнашыусылар алдында доклад менән клавишалы ҡоралдарҙа башҡарыусыларҙың «Аккордеониссимо» IX Халыҡ-ара фестивал-конкурсының жюри ағзалары, жюри рәйесе – профессор, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының халыҡ инструменттары деканы В.Е.Орлов, Белорус дәүләт музыка академияһының беренсе проректоры, доцент Л.В.Скачко, Австралия аккордеонистарының Ассоциацияһы рәйесе, Сиденй ҡалаһының Музыкаль мәктәбе директоры профессор Татьяна Маркс, РФ һәм БР атҡаҙанған артисы, З.Исмәғилев исемендәге ӨДСТ халыҡ инструменттары кафедраһы профессорыискусствоведение кандидаты Р.Ю.Шайхутдинов, Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының баян һәм аккордеон кафедраһы укытыусыһы, донъя чемпионы 2019 А.А.Малхасьян һәм З.Исмәғилев исемендәге ӨДСТ укытыусыһы О.С.Буланкина.

Форумда заман тенденцияларына ярашлы аккорденсыларға музыкаль белем биреү, аккордеонда уйнауға өйрәтеү буйынса заманса алымдар һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Жюри ағзалары шулай уҡ мастер-кластар бирҙе.

   
   



15 декабрь 2023

«Аккордеониссимо» IX Халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы йомғаҡтары тураһында

2023 йылдың 5–8 декабрендә Өфө ҡалаһында «Аккордеониссимо» IX Халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы үтте.

«Аккордеониссимо» Фестиваль-конкурсы мәҙәни инициативалы Президент фонды ярҙамы менән икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының йәштәр политикаһы буйынса Дәүләт комитеты, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ, БР Өфө ҡалаһы ҠО Администрацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Идаралығы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), Башҡортостан Республикаһының «МАКСАТ» йәштәр хәрәкәте ярҙамында үткәрелде.

Жюри составына билдәле музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, алдынғы музыкаль белем биреү ойошмаларының уҡытыусыларысаҡырылды. Жюри рәйесе – Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһының халыҡ инструменттары факультеты деканы, профессор Владимир Евгеньевич Орлов.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелде: «Солистар. Эстрада йүнәлеш», «Солистар. Электрон аккордеон», «Ансамбльдәр».

Фестиваль-конкурс 2 этаптан үтте: 1 тур – һайлап алыу, видеояҙмалар буйынса, 2 тур – оффлайн, унда 1-се этап еңеүселәре саҡырылды «Солистар» номинацияһының конкурс этабында – «Академик йүнәлеш», «Эстрада йүнәлеше» - һәм ансамбльдәр 490 кеше ҡатнашты (251 заявка). 2-се турға 125 ҡатнашыусы (92заявка) үтте. 2 тур очно форматта Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) нигеҙендә үтте.

Фестиваль-конкурста балалар музыкаль мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, профессиональ белем биреү учреждениелары һәм юғары белем биреү учреждениелары студенттары, һәм шулай уҡ, йәш яҡтан сикләнмәгән башҡарыусылар Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондарынан, Корея, Австралия, Беларусь, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Новосибирск Омск, Ырымбур, Пенза, Рязань, Һамар, Вологодск, Свердлов, Силәбе, Мәскәү, Тюмень, Красноярск өлкәләренән, Пермь яғынан, Удмуртия, Татарстан, Бурятия һәм башҡа яҡтарҙан ҡатнашты.

Фестиваль-конкурс сиктәрендә Рәсәйҙең алдынғы башҡарыусы-аккорденсыларының концерттары, жюри ағзаларының мастер-кластары, фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе – Гран-При яулаусы Соломонович Лев, Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы, укытыусыһы Орлов Владимир Евгеньевич, 53 кеше лауреат, 19 дипломант, 1 кеше махсус диплом менән бүләкләнде. Гран-при яулаусы 30000 һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булды.

   
   



19 декабрь 2023

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2023 йылдың 15 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.12.2023 №2968 приказы менән раҫланған.



29 декабрь 2023




ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru