ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


ДЕКАБРЬ  2024


2 декабрь 2024

2025 йылдың февралендә Өфөлә «Цифрҙар көйө» XIII Бөтә Рәсәй электромузыкаь ижад конкурсы үтәсәк

«Цифрҙар көйө» XIII Бөтә Рәсәй электромузыкаь ижад конкурсына балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең уҡыусылары, урта, юғары профессиональ музыка уҡыу йорттары студенттары (шул иҫәптән сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар), белем биреү эшмәкәрлегендә электрон музыкаль ҡоралдарын, цифрҙар техҡулланған уҡытыусылар саҡырыла.

Конкурс номинациялары:

  • «Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу»
  • «Компьютерҙа аранжировка» (эшкәртеү, һалыу)»
  • «Синтезаторҙа композиция (синтезаторҙа йәки копьютерҙа)»
  • «Синтезатор +…» (составында синтезатор булған теләһә ниндәй ансамблдәр өсөн)
  • «Методик ҡулланма» – уҡытыусылар өсөн номинация.

«Синтезаторҙа яңғыҙ башҡарыу», «Синтезатор +» номинациялары өсөн конкурс ике турҙан үткәрелә:

Беренсе тур (һайлап алыу) ситтән тороп 2024 йылдың 5 декабренән 2025 йылдың 26 ғинуарына тиклем MP3, AVI, МР4, ноты – PDF, JPG, TIFF форматтарҙа ебәрелгән эштәрҙе ситтән тороп тыңлау (ҡарау).

Икенсе тур 2025 йылдың 20–21 февралендә 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәбе нигеҙендә үтәсәк.

Еңеүселәрҙең һәм пртзерҙарҙың Гала-концерты 2025 йылдың 21 февралендә 14.00 сәғәтә үтәсәк.

«Компьютерҙа аранжировка» (эшкәртеү, һалыу)», «Синтезаторҙа композиция (синтезаторҙа йәки копьютерҙа)» һәм «Методик ҡулланма» номинациялары конкурсы бер турҙан үҙасаҡ.

Бөтә номинациялар буйынса Конкурстың һөҙөмтәләре 2025 йылдың 21 февралендә БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы БММ рәсми сайттарында урынлаштыраласаҡ.



6 декабрь 2024

Педагогик хеҙмәткәрҙәренең ижади, фәнни, методик IX Республика конкурсыны йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың майынан ноябренә тиклем мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренең ижади, фәнни, методик IX Республика конкурсы үтте.

Конкурс иң төркөм буйынса үткәрелде: «Балалар сәнғәт мәктәптәренең педагогик хеҙмәткәрҙәре» (балалар музыкаль, сәнғәт, хореография мәктәптәре) һәм «Мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре (ПББУ)».

Һәр төркөмдә ике номинация: «Методик эшләнмә» һәм «Нота йыйынтығы».

Традицион рәүештә жюри башлаусы – профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка тарихы кафедраһы мөдире, искусствоведение кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһы яулаусыһы, СССР ВДНХ алтын миҙалына лайыҡ Платонова Светлана Михайловна.

Йомғаҡтар буйынса еңеүсе, I дәрәжә лауреаты булып 2 уҡытыусы: «Ноты йыйынтығы» номинацияһында:

Ахметгалиева Айгуль Салаватовна, БР Өфө муниципаль районының БСМ – «Балалар сәнғәт мәктәптәрендә һәм Балалар музыка мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы композиторҙарының йырҙарына фонохрестоматия»;

«Методик эшләнмә» номинацияһында: Марущак Ольга Анатольевна, 3-сө һанлы БР Стәрлетамаҡ ҡалаһының БММ – «БММ һәм БСМ сәләмәтлеге яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар менән эшләү үҙенсәлектәре».

Барыһы 15 ҡатнаыусы 1–3 дәрәжә лауреаты, 4 – дипломант, 6 ҡатнашыусы сертификатын, 1 эш талаптарға тура килмәгән.

Сара БР мәҙәниәт Министрлығының ДБУ белем биреү буйынса РУМҮ 2024 йылғы планына ярашлы үткәрелде.



9 декабрь 2024

2025 йылдың апрель айында ПББУ уҡыусылары һәм студенттары араһында музыкаль-теоретик дисциплиналар буйынса Республика конкурсы уҙғарыласаҡ

И.С.Бах юбилейина арналған ПББУ уҡыусылары һәм студенттары араһында музыкаль-теоретик дисциплиналар буйынса Республика конкурсы ике номинация буйынса үткәреләсәк: «Шәхси беренселек» һәм» Команда беренселеге».

Конкурс ике этаптан үтәсәк:

I этап – һайлап алыу – белем биреү учреждениеларнда;

II этап – республика – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 2025 йылдың 29 апрелендә.

Ҡатнашыу өсөн заявкалар етәксе ҡултамғаһы һәм белем биреү учреждениеһы мисәте менән раҫланған бирелгән формала 2025 йылдың 1 апреленә тиклем БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ электрон почта адресы буйынса: rumc110@mail.ru ҡабул ителә.



9 декабрь 2024

«БММ һәм БСМ концертмейстерҙарының эшмәкәрлегендә ижади һәм педагогик аспекттары» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 5–6 декабрендә БР К.А.Вәлиев исемендәге Сибай дәүләт колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә проблемалар белем биреүсе «БММ һәм БСМ концертмейстерҙарының эшмәкәрлегендә ижади һәм педагогик аспекттары» уҡыуҙары үтте.

Сара сиктәрендә лекциялар, семнарҙар, практик дәрестәр, мастер-кластар, түбәнге темалар буйынса үтте: «БММ һәм БСМ концертмейстерҙарының эшмәкәрлегендә ижади һәм педагогик аспекттары», «Хореграфия класында концертмейстерҙың эшләү үҙенсәлектәре», «Балет станогы дәрестәр», «Концертмейстерҙың классик бейеү дәресендә эше һәм музыкаль репертуар формалаштырыуы», «Концертмейстерҙың вокаль класында эше», «Концертмейстерҙың домра һәм думбыра кластарында эш үҙенсәлектәре», «Баҫманан уҡыу, транспонирование». Дәрестәрҙе колледждың уҡытыусылары, концертмейстерҙары алып барҙы: – Колесникова Мария Яковлевна һәм Юсупова Наталья Викторовна, һәм шулай уҡ БР Сибай ҡалаһы ҠО МБУ ДО «БММ» уҡытыусыһы Пекун Ольга Владимировна.

Уҡыуҙар БР мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Башҡортостан Республикаһының 1 муниципаль районының һәм 2 ҡала округының, Красноярск яғының 1 Ҡала Округынан барыһы 13 педагогик хеҙмәткәрҙәре белем алды.

   



20 декабрь 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 13 декабренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.12.2024 №2657 приказы менән раҫланған.



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru