ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
Дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу-методик үҙәге (РУМҮ) 1995 йылда «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү» йүнәлешендә эшмәкәрлек ойоштороу маҡсатында барлыҡҡа килгән:
- квалификация үҫтереү һәм мәҙәниәт өлкәһе кадрҙарын әҙерләү, шул иҫәптән квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәр ойоштороу;
- мәҙәниәт өлкәһендә профессиональ һәм өҫтәмә белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән методик, ресурс һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеген мониторлау буйынса эштәр ойоштороу (уҡытыу-методик, ойоштороу-методик, информацион-статистик, аналитик, нәшриәт эштәре);
- талантлы балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыу, уларҙың үҫешенә ярҙам итеү эштәрен ойоштороу.
Граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү
(ПОЛОЖЕНИЕ)
ҮҘӘКТЕҢ СТРУКТУРАҺЫ
Кадрҙар әҙерләү, квалификация үҫтереү һәм инновацион программалар үҙәге
- квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программалар буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының етәкселәрен, педагогик кадрҙарын һәм хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙы ойоштора;
Уҡытыу аҙағында өлгөгә ярашлы квалификация үҫтеререү тураһындағы таныҡлыҡ бирелә.
Уҡытыу-методик секторы
- уҡытыу-методик, ойоштороу-методик, аналитик эштәр башҡара, мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеген мониторлай;
- фәнни-ғәмәли конференциялар, уҡытыу семинарҙары, мастер-кластар ойоштора һәм үткәрә;
- конкурстар, күргәҙмәләр, фестивалдәр, проекттар, йәш һәләтлеләрҙең концерттарын ойоштора һәм үткәрә;
- методик, кәңәштәр, положениелар, уҡытыу программалары, уҡыу әсбаптары һ.б. эшләп сығарыуҙа ҡатнаша;
- мәҙәниәт өлкәһе ойошмалары педагогик хеҙмәткәрҙәрен аттестациялау буйынса БР мәҙәниәт Министрлығының Аттестация комиссияһының һәм башҡа комиссияларҙың эшен тәьмин итә.
Мәғлүмәт-статистика секторы
- федераль статистик күҙәтеүҙәр, Рәсәй мәҙәниәт Министрлығының һ.б. формалары буйынса мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегенә мониторинг үткәрә;
- информацион-статистик, аналитик эштәр башҡара;
- «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү» йүнәлеше буйынса йыл һайын үткәрелгән инфомацион-статистик күҙәтеүгә әҙерлек эштәрен ойоштора.
Редакция-нәшриәт секторы
- мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының ресурс һәм мәғлүмәт тәьмин итеү эшмәкәрлегендә эштәр алып бара;
- уҡытыу-методик һәм ноталы әҙәбиәт нәшриәт итә (улар иҫәбендә башҡорт композиторҙары һәм башҡорт халыҡ йырҙары, шул иҫәптән башҡорт телендә);
- информацион-статистик йыйынтыҡтар нәшриәт итә һ.б.
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|