ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
1 октябрь 2024
«Заман шарттарында экскурсовод (гид) хеҙмәтен булдырыу» уҡыуҙаары йомғаҡтары тураһында
2024 йылдың 24–25 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу методик үҙәге Башҡортостан республикаһының Милли музейы менән бергә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса дәүләт һәм муниципаль музей хеҙмәткәрҙәре өсөн «Заман шарттарында экскурсовод (гид) хеҙмәтен булдырыу» уҡыуҙаарын ойошторҙо.
Лекциялар һәм практик дәрестәрҙе Башҡортостан Республикаһының экскурсоводтарҙы, гид-тәржемәселәре, инструторҙары өсөн БР экскурсоводтарының, гид-тәржемәселәренең Аттестацион комиссияһы рәйесе, Ҡоролтай – Дәүләт Собранияһы комитетының туризм буйынса Эксперт совеы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҠО «Комета» ҡала туризм, яҡ өйрәнеү һәм экскусия үҙәге методисы, Башҡортостан Республикаһының атестациялы эксурсовод-гиды Глушкова Светлана Вениаминовна; М.Аҡмулла исемендәге БДПУ биология фәндәре кандидаты, экология, география һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы доценты, сифат менеджменты үҙәге етәксеһе, БР эшләгән экскурсоводтар (гидтар), гид-экскурсоводтарҙы атестациялау комиссияһы вәкиле Гильманова Галия Рафаиловна; тарихи фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының экскусия бүлеге фәнни хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атестациялы гид-экскурсоводы Камалиева Гульназ Файзулловна республиканың бөтә музей хеҙмәткәрҙәре өсөн үткәрҙеләр.
Уҡыуҙар барышында түбәнге темалар ҡаралды: «Ҡала экскурсияларын үткәреү методикаһы», «Экскурсоводтың телмәр энергетикаһы», «Экскурсодтарҙың (гидтарҙың) мотлаҡ атестацияһы», «Региондың туризм сиктәренә музей интеграцияһы (БР Милли музейы миҫалы буйынса)», «Арт-квадрат» заман ҡала үҙәге буйынса йәйәүле экскусия», «Ҙур музей-ара йөрөү (Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап экскусия).
Сара үткәреү майҙансыҡтары өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, В.И.Альбанов исемендәге полярниктар Музейы, Ф.И.Шаляпин исемендәге музыка Музейы һайланды.
Уҡыуҙар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса Республика уҡытыу методик үҙәгенең саралар планына ярашлы үтте.
Барлығы дәүләт һәм БР муниципаль музейҙарҙан, мәҙәни-ял учреждениеларынан 56 кеше уҡыны.
9 октябрь 2024
«БММ заман белем биреү этабында музыкаль-теоретик дисциплиналар» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында
2024 йылдың 30 сентябренән 1 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының ДБПБУ К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «БММ заман белем биреү этабында музыкаль-теоретик дисциплиналар» уҡыуҙары үтте.
Уҡыуҙар К.А.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары: Бәхтизина Д.И. һәм Шәйхетдинова Ғ.Р., һәм шулай уҡ Урта махсус музыкаль колледжының Сибай филиалы уҡытыусыһы Демченко Наталья Петровна, Сибай ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенең уҡытыусылары Иҫәндәүләтова Альбина Шамилевна һәм Бобошкина Осҡана Николаевна ҡатнашлығында үтте.
Сара сиктәрендә «Музыкаль-теоретик цикл дисциплиналары аша балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереү»; «Сольфеджио дәрестәрендә гармоник музыкаль ишетеү һәләтлеген үҫтереү», «Сольфеджио дәрестәрендә уйын алымдарын ҡулланыу», «Ижад- баланың музыкаль тәрбиәһенең төп өлөшө», «Сольфеджио дәрестәрендә баланың музыкаль ишетеү һәләтлегенә аккордтың йоғонтоһо», «Хореография бүлеге студенттарының ритмы өҫтөндә эшләү», «Баланың музыкаль үҫешендә музыкаль-теоретик дисциплиналарының йоғонтоһо» темалы дәрестәр үтте.
Уҡыуҙар БР мәҙәниәт Министрлығы һәм БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ пландарына ярашлы үтте. Барлығы Башҡортостан Республикаһының3 ҡала округының һәм 5 муниципаль районының мәҙәниәт өлкәһенддә белем биреү учреждениеларынан 27 уҡытыусы белем кимәлен үҫтерҙе.
15 октябрь 2024
Ижади оҫтаханаларҙың «Яңы күсмә тормош» мастер-кластары 15 һәм 16 октябрендә сәғәт 11.00-14.00 үткәрелә
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһында 15–16 октябрендә Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығы ярҙамы менән мәҙәниәт һәм интеллектуаль милек яҡлау Дөйөм милли фонд (Мәскәү ҡалаһы) үткәргән «Яңы күсмә тормош» Художество-мәғрифәт программа сиктәренә ике йүнәлеш буйынса Ижади оҫтаханалар үткәреләсәк: «Фортепиано» һәм «Театраль сәнғәт».
Ижади оҫтаханалар сиктәренә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашлығы менән алдынғы сәнғәт эшмәкәрҙәренең мастер-кластары үтәсәк.
Фортепиано буйынса ССМК Концерт залы нигеҙендә П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы доценты, Мәскәү ҡалаһының Н.А.Петровтың 62-се һанлы Балалар музыкаль мәктәбенең фортепиано бүлеге мөдире, 2022 йылда музыка өлкәһендә иң яҡшы уҡытыусылар араһындағы Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Дмитрий Анатольевич Людковтың мастер-кластары һәм концерты планлаштырыла.
Мастер-кластар трансляцияһына һылтанма: https://vk.com/id882858082
Театраль сәнғәт буйынса З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ Ғ.Ғиләжев исемендәге Уҡыу театры нигеҙендә М.С.Щепкин исемендәге Юғары театраль училищеһының (институты) актер оҫталығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, драма театры һәм кино актрисаһы Евгении Юрьевны Шевченко мастер-кластары һәм методик семинары планлаштырыла.
Мастер-кластар трансляцияһына һылтанма: https://vk.com/cpufaart.
15 октябрь 2024
«Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 29–30 октябрендә А.Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларының етәкселәре, етәксе урынбаҫарҙары, методистарҙың «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары үтәсәк.
Сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының беренсе урынбаҫары Лапшина Наталья Михайловна, минтерство, ведомство, ойошмалар белгестәре ҡатнашлығы планлаштырыла.
Сара, 2020 йылда «Башҡортостандың 100 йылына – 100 яңы объект» республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән А Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең Концерт залында үтәсәк.
Программала балалар сәнғәт мәктәптәренең үҫеш программаларын төҙөү мәсьәләләренә арналған темалар менән белгестәрҙең сығыштары; уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу, өҫтәмә профессия алды өҫтәмә программалар буйынса балалар һанын арттырыу, сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социализацияһы, һәләтле балаларға һәм уҡытыусыларға ярҙам итеү, дәүләт социаль селтәрҙәрендә учреждениеларҙың официаль биттәренә инеү һәм үткәрелгән ижади сараларға йөрөү һанын үҫтереү, шул иҫәптән «Пушкин картаһы» буйынса; белем биреү учреждениеһының хәүефһеҙлек паспортын төҙөү; уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың профессия өҫтө һәләтәрен үҫтереү, педагогик коллективта комфортлы аралашыу формалаша ырыу һәм башҡа һорауҙар ҡарау планлаштырыла.
Уҡыуҙар очно-дистанцион форматта үтәсәк.
17 октябрь 2024
2024 йылдың 1–3 ноябрендә Өфө ҡалаһында «Таланттар ваҡыты» Бөтә Рәсәй инструменталь башҡарыу конкурсы үтәсәк
«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проекты сиктәренә 2022–2023 йылдар осоронда Өфө ҡалаһында өс Асыҡ республика «Таланттар ваҡыты» Бөтә Рәсәй инструменталь башҡарыу конкурсы үтте. Был конкурстың статусы – Бөтә Рәсәй конкурсы. Башҡарыусылар бәйгеһендә музыкаль мәктәптәр, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм профессиональ белем биреү ойошмалары (музыкаль колледждар, училищелар, уң йыллыҡ мәктәптәр) 7–18 йәшлек уҡыусылар ҡатнаша.
Конкурс тыңлауҙар түбәнге номинациялар буйынса үтәсәк:
халыҡ инструменттары: баян, аккордеон, домра, балалайка;
тынлы инструменттар: еҙ, ағас, һуҡма инструменттар.
Жюри составына билдәле музыканттар, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессор-уҡытыусылары, Урта махсус музыкаль колледжыны уҡытыусылары саҡырыла.
Жюри рәйестәре номинациялар буйынса:
Цыганков Александр Андреевич – Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының гитара, домра, балаларға кафедраһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (номинация – домра, балалайка);
Романько Виктор Алексеевич – М.П.Мусоргский исемендәге Урал Дәүләт консерваторияһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, «Баян сәнғәтендә күренекле ҡаҙаныштар өсөн» (номинация – баян, аккордеон);
Мусин Фиргат Талгатович – Гнесин исемендәге Рәсәй музыка академияһының еҙ тынлы инструментар кафедраһы доценты, Е.Ф.Светланов исемендәге Рәсәй Дәүләт академия симфоник оркестры солисы (тынлы инструменттар).
25 октябрь 2024
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 18 октябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 18.10.2024 №2257 приказы менән раҫланған.
ЯҢЫЛЫҠТАР АРХИВЫ
2024 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Октябрь •
2023 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2022 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2021 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2020 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2019 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2018 йыл
• Ноябрь • Декабрь •
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|