ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


5 ноябрь 2024

«Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында

2024 йылдың 29–30 октябрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы «Мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы менән идара итеү» уҡыуҙары үтте. Сарала мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларынан, шул иҫәптән балалар сәнғәт мәктәптәренең методик эшмәкәрлеген ойоштороусы методик берекмәләренән 140 тән ашыу етәксе, етәксе урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Был программа буйынса уҡыуҙар йыл һайын Башҡортостан Республикаһының белем биреү буйынса РУМҮ планына ярашлы үткәрелә. Был уҡыуҙар етәкселәргә белем биреү учреждениеһы менән идара итеүҙә актуаль мәсьәләләр һәм заман талаптары яңылыҡтарын белеп торорға ярҙам итә.

Лекторҙар булып Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығының, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр Министрлығының, Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ идаралығы, «Белем» Рәсәй йәмғиәтенең башҡортостан төбәк бүлексәһе, Заһир Исмәғилев исемендәге ӨДСИ, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, БР мәҙәниәт Министрлығының белем биреү буйынса РУМҮ һәм башҡа ойошмаларҙың вәкилдәре булды.

Сара етәкселәргә колегалар менән тәжрибә һәм белем менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. Ҡатнашыусылар проблемалар һәм төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Был үҙ сиратында мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү сифатын үҫтереүгә һәм етәкселәрҙең профессиональ компетенцияһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

   



6 ноябрь 2024

18–19 ноябрендә Өфө ҡалаһында «Тынлы һәм һуҡма инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыусы һорауҙар» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 19-сы ноябренән 20-се ноябренә тиклем Урта махсус музыкаль колледжыны нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренең «Тынлы һәм һуҡма инструменттары уҡытыусыларының компетенция формалаштырыусы һорауҙар» уҡыуҙары үтәсәк.

Лекцион һәм практик дәрестәрҙе Урта махсус музыкаль колледжы һәм Заһир Исмәғилев исемендәге ӨДСИ уҡытыусылары үткәрәсәк.

Уҡыуҙар барышында төрлө темалар ҡараласаҡ: «Флейтала уйнау барышында артикуляция», «Пьесала штрих ҡулланыу һәм уның музыка характерына йоғонтоһо», «Төймәсе разминкаһы» (үҫеш өсөн технологиялар һәм күнекмәләр), «Һуҡма музыкаль ҡоралдары класында кесе барабан – башҡарыу оҫталығы үҫтереү нигеҙе. Кесе барабанда уйнауҙың төп алымдары», «Һәлләтле балалар менән эшләү үҙенсәлекле», «Кларнет класында башланғыс этапта уҡытыу», «Башлаусылар өсөн төймә. Башҡарыу тын алыу үҙенсәлеге», «Тромбон музыкаль ҡоралы менән танышыу (башлаусылар өсөн дәрестәр).

Уҡыу йомғаҡтары буйынса һәм ойоштороу түләүенән һуң квалификация үҫтереү тураһындағы таныҡлыҡ биреләсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн, хәрби комиссариат биргән теркәү ҡағыҙы буйынса түләү ҡаралмай.



14 ноябрь 2024

А.А.Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсы йомғаҡтары

14 июндә Өфө ҡалаһының А.Кузнецов исемендәге 1-се һанлы БХМ нигеҙендә жюри рәйесе – БР һәм РФ атҡаҙанған рәссамы, РФ рәссамдар Союзы ағзаһы, «Рәсәйҙең рәссамдар Союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмғиәт ойошмаһының Региональ бүлеге рәйесе, Рәсәй Художество Академияһының Почетлы ағзаһы, РФ мәҙәниәт Министрлығының Дәүләт стипендиаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хатта Сәрүәр улы Фазылов менән жюри ултырышы үтте.

Конкурсҡа «Искусствоведение» номинацияһында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының, Ҡаҙағстан, Беларус, Татарстан, Ҡырым, Удмурт республикаларынан, Байкал арты, Краснодар, Красноярск яҡтарынан, Липецк, Мурманск, Новосибирск, Мәскәү, Силәбе, ТулаСвердлов өлкәләренән һәм башҡа өлкәләрҙән 3000 дән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура, декоратив-ғәмәли эштәре, һәм эсселар тәҡдим ителде.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 600 бүләкләнеүсе булды. Гран-прины Ғарипова Раянаның «Сауҙа үҙәге» эше яуланы (16 йәш, линогравюра, Өфө ҡалаһының «Художка» Художество мәктәбе, преп. Новоселов А.Ю.). 62 конкурсант 1 дәрәжә лауреаты, 115 – 2-се дәрәжә лауреаты, 115 – 3-се дәрәжә лауреаты, 220 конкурсант дипломант һәм 45 уҡытыусы дипломдар менән билдәләнде. 4 ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының рәссамдар Союзы исеменән, Башҡортостан Республикаһындағы педагогик-рәссамдарҙың Халыҡ-ара союзынан махсус приздар һәм дипломдар аласаҡ. Конкурс Лауреаты дипломын «Балалар художество ижадына шәхсән өлөш» өсөн 2024 йылда Пилипюк Оксана Михайловна яуланы.

Конкурстың Гран-при яулаусыһы аҡсалата премия менән бүләкләнде, ҡалған призерҙар һәм дипломанттар дипломдар алды; белем биреү ойошмалары – рәхмәт хаттары һәм конкурсанттарҙың эштәре менән каталог алды.

Конкурстың еңеүселәрен бүләкләү һәм күргәҙмә экспедицияһы 2024 йылдың 1 ноябрендә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында түбәндәге адресы буйынса үтте: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22. Күргәҙмә 17 ноябргә тиклем үтәсәк.

   
   



14 ноябрь 2024

Башҡортостан сәнғәт мәктәптәренең директорҙары Һарытау ҡалаһында Волга буйы федераль округы балалар сәнғәт мәктәптәренең Конференция-форумында сығыш яһаны

2024 йылдың 12–13 ноябрендә Рәсәй мәҙәниәт Министрлығының региональ сәйәсәт, белем биреү Департаменты һәм проект идаралығының Федераль ресурс художество белем биреү инновацион-аналитик үҙәге, Л.В.Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы һәм Һарытау өлкәһенең уҡытыу-методик үҙәге Волга буйы федераль округы балалар музыка мәктәптәренең Конференция-форумын үткәрҙе.

Конференцияның эшлекле программаһы сиктәрендә пленар ултырыш, тематик лекциялар буйынса пленар ултырыштар, стратегик сессиялар, Һарытау өлкәһенең балалар сәнғәт мәктәптәренә һәм сәнғәт учреждениеларына барыу булды.

Конференция-форумда Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының художество белем биреү Федераль ресурс информацион-аналитик үҙәге, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының мәҙәниәт өлкәһендә башҡарма органдарының, Волга буйы федераль округының региональ методик хеҙмәттәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре вәкилдәре ҡатнашты.

Конференция-форум сиктәрендә һәләтле балаларға ярҙам мәсьәләләре, сәнғәт мәктәптәре системаһының үҫеше, кадрҙар йәлеп итеү технологиялар, сәнғәт өлкәһендә эффектив методтарҙы һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Конференция-форумда Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составына алты директор һәм бер директор урынбаҫары инде: Иглин районы БХМ, Краснокама районы (Н.-Березовка ауылы БСМ), Белорет ҡалаһы БХМ, Сибай ҡалаһының БХМ һәм БСМ һәм Өфө ҡалаһының (Фәрит Камаев исемендәге 2-се һанлы БСМ һәм «Атмосфера» БСМ).

Секцион дәрестәрҙә үҙ тәжрибәләре менән Өфө ҡалаһының «Атмосфера» Балалар сәнғәт мәктәптәбе директоры Иҫәнғужин Ирек Рауил улы уртаҡлашты. Сығыштарҙың темалары: «Балалар сәнғәт мәктәбе менән идара итеү практикаһы һәм етәксенең заман уҡыу процесында әһәмиәте; Сибай балалар художество мәктәбенең директоры Ҡаҙырғолова Флорида Фиолитовна – «Балалар художество мәктәбенең уҡыу планына региональ компонент булараҡ традицион халыҡ кәсептәре» һәм Сибай ҡалаһы ҠО Балалар сәнғәт мәктәптәбе директоры Баянова Гузәл Шәкирйән ҡыҙының «Сәнғәт и Пушкин картаһы: йәштәр араһында халыҡ ижадын популялаштырыу өсөн яңы мөмкинлектәр».

 



18 ноябрь 2024

Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында

Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2024 йылдың 15 ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 15.11.2024 №2436 приказы менән раҫланған.



22 ноябрь 2024

5–6 декабрҙә Сибай ҡалаһында «БММ һәм БСМ концертмейстер эшмәкәрлеген дә ижади һәм педагогик аспекттар» уҡыуҙары үтәсәк

БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 5–6 декабрендә К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә балалар сәнғәт мәктәптәренең, балалар музыка мәктәптәренең, дөйөм белем биреү мәктәптәренең педагогик хеҙмәткәрҙәренең «БММ һәм БСМ концертмейстер эшмәкәрлеген дә ижади һәм педагогик аспекттар» уҡыуҙары үтәсәк.

Программала: лекциялар, семинарҙар, практик дәрестәр, мастер-кластар түбәнге темалар буйынса үтәсәк: «БММ һәм БСМ концертмейстер эшмәкәрлеген дә ижади һәм педагогик аспекттар», «Концертмейстерҙың хореография класында эш үҙенсәлектәре», «Балет станогы янында дәрестәр», «Классик бейеү дәрестәр тәрендә концертмейстер ҙың эше һәм музыкаль репертуар булдырыу», «Вокал класында концертмейстер эше», «Уҡыу, транспонирование».

Дәрестәрҙе БР К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары, концертмейстерҙары алып барасаҡ.






ЯҢЫЛЫҠТАР  АРХИВЫ


2024 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Октябрь   •   Ноябрь   •  

2023 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Август   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2022 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2021 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2020 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2019 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Август   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2018 йыл
•   Ноябрь   •   Декабрь   •  



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru