![]() |
ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
18 май 2026
15 майҙа Өфөлә Республика фәнни-ғәмәли конференция үтте
![]()
Өфөлә 2026 йылдың 15 майында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә Республика фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сара профессор Ш.М.Баймөхәмәтовтың 80 йәшенә, профессор Б.И.Нестеровтың 90 йәшенә арналды.
Конференцияның докладсылары – мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү учреждениеларының педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәре, хор сәнғәте эшмәкәрҙәре, З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ хор дирижерлығы кафедраһы студенттары. Улар республикала хор башҡарыуы буйынса төрлө актуаль мәсьәләләрҙе асыҡланы.
«Заман этабында Башҡортостан Республикаһында хор дирижерлығы. Проблемалары һәм перспективалары» инеш һүҙе менән З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ хор дирижерлығы кафедраһы мөдире, профессор Алсу Афгановна Хасбиуллина сығыш яһаны. Сара барышында түбәнге темалар буйынса докладтар булды: «Педагог, хормейстер, композитор Б.И.Нестеровтың портреты. Тыуыуына 90 йылға арналған», «Ш.М.Бикмөхамәтов – педагог, хормейстер, йәмғиәт эшмәкәре. Тыуыуына 80 йылға арналған», «Балалар хоры менән эшләнгәндә хор башҡарыу тураһында мәсьәләләр», «Хор йырсыларының вокал әҙерлеге», «Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) хор дирижерлығы бүлегенең 80 йыллығына».
Тыңлаусыларға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А.А.Хасбиуллина етәкселегендәге Таһир Сайфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия капеллаһының һәм В.Н.Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең «Весенние голоса» Өлгөлө концерт хорының, асыҡ репетицияһын, З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ хор дисциплиналары уҡытыусыһы К.П.Кириллова һәм ассистент-стажёрының сығыштарын ҡарау уникаль мөмкинселектәре булды.
Сарала 110 дан артыҡ кеше ҡатнашты. Улар хор коллективтары башҡарыусылары, Өфө дәүләт сәнғәт институтының, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәре студенттары һәм уҡытыусылары.
19 май 2026
«Тауыш режиссураһы: теориянан практикаға» уҡыуҙары йомғаҡтары тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығы РУМҮ Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) менән берлектә, 2026 йылдың 12–14 майында квалификация үҫтереү өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Тауыш режиссураһы: теориянан практикаға» уҡыуҙарын ойошторҙо. Сара колледж нигеҙендә үтте.
Лекторҙар булып Башкортостан Республикаһының тауыш режиссерҙары сығыш яһаны. Сара сиктәрендә түбәнге темалар ҡаралды: Ҙур концерт майҙансыҡтарында тауыш режиссерының эше. Музыка ль тауыш операторы оҫталығы. Театр тауыш режиссураһы. Конференциялар һәм трансляциялар барышында тауыш.
Уҡыуҙар БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ БР мәҙәниәт Министрлығы раҫлаған планына ярашлы үтте.
Сарала мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 15 хеҙмәткәр ҡатнашты.
21 май 2026
16–17 майҙа XIII Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтарының “Хор йәйғоро” конкурс-фестиваленең финал этабы үтте
![]()
16–17 майҙа З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә XIII Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтарының Ш.Бикмөхәмәтов исемендәге «Хор йәйғоро» конкурс-фестиваленең финал этабы үтте. Быйыл ул хормейстрҙыҙ 80 йыллығына арналды.
Конкурстың финал этабында дөйөм белем биреү, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән 37 хор коллективы ҡатнашты. Улар араһында – республика ҡалалары вәкилдәре: Стерлитамак, Сибай, Бәләбәй, Өфө ҡалаларынан, һәм шулай уҡ, Тольятти ҡалаһынан. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Иглин, Илеш, Учалы, Күгәрсен, Ҡариҙел райондарынан хорҙар сығыш яһаны.
«Балалар академия һәм халыҡ уҡыу хорҙары» номинацияһында 28 коллектив сығыш яһаны, уларҙың алтыһы үҙ йәш категорияһында еңеүсе булды. «Балалар академия һәм халыҡ һәүәҫкәр хорҙары» номинацияһында юғары булды 9 хорҙа бишеһе яуланы.
Конкурс-фестиваль йомғаҡтары буйынса коллектив I дәрәжә лауреаты, 10 хор – II дәрәжә, 13 хор – III дәрәжә лауреаты, 3 коллектив – I дәрәжә дипломанты, 4 хор өҫтәмә рәүештә махсус дипломдар менән бүләкләнде.
Шулай уҡ, конкурсанттар һәм уларҙы әҙерләгән кешеләр өсөн махсус дипломдар тапшырылды. 2 йәш башҡарыусыларға – Паргев Беридзеи и Кочанов Кирилл – «Иң шәп солист» исеменә лайыҡ булды. 2 хор коллективтары етәксеһе – «Иң шәп дирижер», 1 – «А’cappella әҫәрҙәрен башҡарыу йолаһына тоғролоҡ». Шулай уҡ 3 концертмейстер һәм 3 белем биреү ойошмаһы.
Конкурсты ойоштороусылар – БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.
25 май 2026
«Пленэр һынлы сәнғәт» уҡыуҙары тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенсә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә арналған Йыл 2026 йыл пландары сиктәрендә, 2026 йылдың 6–17 июлендә, балалар художество, балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең художество бүлектәре педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы буйынса «Пленэр һынлы сәнғәт» квалификация үҫтереү уҡыуҙары үтәсәк.
Уҡыу урыны – Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Байназар ауылы.
Пленар программаһы:
Байназар ауылы һәм башҡа урындарҙа художестволы пленэрҙа ҡатнашыу.
Пленэрҙа ҡатнашыусыларҙың ижади һәм педагогик тәжрибә уртаҡлашыуы.
Пленэр йомғаҡтары буйынса күргәҙмә ойоштороу – һәр ҡатнашыусынан пленэр барышында эшләнгән икешәр ижади эш: бер эш – ҡаршы алған яҡҡа бүләккә, береһе – пленэр фондынакаталогсығарыу өсөн.
Пленэр аҙағында түләүҙән һуң пленэрҙа ҡатнашыусыларға квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн, хәрби комиссариаттан справка йәки башҡа документтар буйынса, ойоштороу иғәнәләре юҡ.
25 май 2026
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2026 йылдың 15 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығының 15.05.2026 №720 приказы менән раҫланған.
ЯҢЫЛЫҠТАР АРХИВЫ
2026 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май •
2025 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2024 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2023 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2022 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2021 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2020 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2019 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2018 йыл
• Ноябрь • Декабрь •
| ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
|---|