ДӘҮЛӘТ  БЮДЖЕТ  МӘҘӘНИӘТ  ҺӘМ  СӘНҒӘТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҘӘНИӘТ  МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ
БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА  УҠЫТЫУ-МЕТОДИК  ҮҘӘГЕ


11 сентябрь 2025

Башҡорт милли костюмы көнө: берҙәмлекте нығытып мираҫты һаҡлау!

2020 йылдан башлап Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хабиров инициативаһы буйынса беҙҙең республика йылына ике тапҡыр, апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһында милли костюм Көнөн уҙғара. Быйыл көҙ байрам 12 сентябрҙә үтәсәк.

Милли костюм – кейем генә түгел. Костюмдың һәр элементы, һәр узоры – ул тарих бите, халыҡтарҙың йола билдәһе һәр үүҙенсәлеге, мәҙәни күп төрлөлөк, ихтирамлыҡ, ныҡлы дуҫлыҡ.

Байрам – был ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу өсөн фәһим аҙым. Был көндө бөтә республикала үтәсәк байрам сараларына саҡырабыҙ!



15 сентябрь 2025

«Балалар сәнғәт мәктәбе–2025: мәғариф, идара итеү, үҫеш…» Бөтә Рәсәй фәннифәнни конференцияһы (Санкт-Петербург ҡалаһы)

«Балалар сәнғәт мәктәбе-2025: мәғариф, идара итеү, үҫеш. БСМ рухи-әхләки һәм патриотик системала роле һәм әһәмиәте» Бәтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, Санкт-Петербург ҡалаһы.

11–13 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт мәктәптәренең директорҙары Санкт Петербургхөкүмәтенеңэшлеклепрограммаһы сиктәрендә «Балалар сәнғәт мәктәбе–2025: мәғариф, идара итеү, үҫеш. БСМ рухи-әхләки һәм патриотик системала роле һәм әһәмиәте» Бәтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Конференцияла илдең 40 ҡалаһынан ҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Күгәрсен районының З.Биишева исемендәге БСМ директоры Каримова Флорида Закиевна һәм Иглин районының Балалар художество мәктәбе директоры Бадьин Михаил Александрович ҡатнашты.

Традицион рәүештә, Форум һәм Бөтә Рәсәй фәнн-ғәмәли конференция сиктәрендә ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бай һәм ҡыҙыҡлы концерт программаһы һәм күргәҙмә программаһы көттө.

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған «Ерҙә, һауала һәм диңгеҙҙә…» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр художествоһы күргәҙмәһе сиктәрендә шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа райондарынан: Бишбүләк, Благовещен, Мәләүез райондары балалар сәнғәт мәктәптәре еңеүселәренең эштәре лә тәҡдим ителде.

   



16 сентябрь 2025

«Педагогик технологиялар һәм хореография дисциплиналары уҡытыу буйынса алымдар…» уҡыуҙары

2025 йылдың 29–30 сентябрендә БР ДБПББУ К.А.Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә БР мәҙәниәт МинистрлығыныңМинистрлығы мәҙәниәт өлкәһендә ге балалар музыка, сәнғәт хеҙмәткәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Педагогик технологиялар һәм хореография дисциплиналары уҡытыу буйынса алымдар…» уҡыуҙарын үткәрә.

Программала «Пуанттарҙа классик бейергә өйрәтеү методикаһы», «Халыҡ бейеүҙәренә өйрәтеү методикаһы», «Ҡазаҡ бейеүҙәре нигеҙҙәре», «Кавказ характерындағы этюд», «Балалар сәнғәт мәктәбенән сәнғәт колледжына тиклем хореография класы уҡытыусыларының педагогик тәжрибәһен йомғаҡлау» темаларына оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, асыҡ дәрестәр планлаштырыла.

К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының уҡытыусылары, шулай уҡ Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.



22 сентябрь 2025

А.Э.Тюлькин исемендәге конкурс күргәҙмәһе асыла

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләре йылына А.Э.Тюлькин исемендәге XVII Халыҡара балалар художество ижады конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Конкурстың 274 ҡатнашыусыһы лауреат, 229 – дипломант булды.

25 сентябрҙә Өфө художество галереяһында конкурста еңеүселәр эштәре күргәҙмәһе асыласаҡ. Конкурс экспозицияһына «Еңеү календары» темаһына II, III дәрәжә лауреаттары эштәр, һәм шулай уҡ, конкурстың 50 дипломанты эштәре инәсәк.

Күргәҙмә 2025 йылдың 18 октябренә тиклем дауам итәсәк.

Мәғлүмәт – Өфө ҡ. БДУ 2-се БХМ рәсми сайты.






ЯҢЫЛЫҠТАР  АРХИВЫ


2025 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Сентябрь   •  

2024 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2023 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Август   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2022 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2021 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2020 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2019 йыл
•   Ғинуар   •   Февраль   •   Март   •   Апрель   •   Май   •   Июнь   •   Август   •   Сентябрь   •   Октябрь   •   Ноябрь   •   Декабрь   •  

2018 йыл
•   Ноябрь   •   Декабрь   •  



ЭШ  ВАҠЫТЫ: дүшәмбе – йома
сәғәт 9:00–18:00
тәнәфес сәғәт 13:00–14:00
БЕЛЕШМӘ  МӘҒЛҮМӘТТӘР: 450055, Өфө ҡалаһы,
Ладыгин урамы, 21 й.
тел. 8 (347) 235-78-15 факс
235-78-15; 233-59-00
e-mail: rumcrb@mail.ru