![]() |
ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫНЫҢ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА УҠЫТЫУ-МЕТОДИК ҮҘӘГЕ |
1 май 2025
![]()
9 май 2025
Еңеү көнө менән! Ғорурланабыҙ!
![]()
14 май 2025
«Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» уҡыуҙары
БР мәҙәниәт министрлығының РУМҮ иғлан итеүенсә, 2025 йылдың 4–5 июнендә Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы Балалар музыкаль мәктәптәбе нигеҙендә мәҙәниәт өлкәһе белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн (шул иҫәптән махсус, музыкаль-теоретик һәм башҡа дисциплиналар уҡытыусылары өсөн) квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта менән эшләү» уҡыуҙары үтәсәк.
Программала: ««SMART Notebook» программаһы менән эшләү, инструменттарҙың тәғәйенләнеүе һәм принциптары, вкладкалар; программа функциялары, ҡайһы бер программларҙың үҙенсәлектәре; анимация; тауыш һәм видео бәйләнеше; һылтанмалар; әҙер шаблондар ҡулланыу.
Дәрестәрҙе Өфө ҡалаһының методик берекмәһе етәксеһе, БР Өфө ҡалаһы ҠО 10-сы һанлы Балалар музыка мәктәптәбенең теорияһы бүлегенең мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Музыкаль-теоретик дисциплиналар» методик лекциялар етәксеһе Лариса Петровна Пьянкина. алып барасаҡ.
Уҡыуға килеүселәргә үҙҙәре менән ноутбук алып килеүе хуплана.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн, хәрби комиссариаттан справка буйынса, ойоштороу иғәнәһен ҡаралмай.
Уҡыуҙар аҙағында ойоштороу иғәнәһен түләгәндән һуң квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
16 май 2025
2025/2026 йылда айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы башлығы стипендияһын алыуға дәғүә итеүселәрҙең конкурс һайлап алыу тураһында
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенә, интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән һәм мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә һәләтлектәрен күрһәткән айырыуса һәләтле уҡыусыларға ярҙам итеү маҡсатында, республикала йыл һайын Башҡортостан Республикаһы башлығы стипендияһын алыуға дәғүә итеүселәрҙең һайлап алыу конкурсы үткәрелә.
Стипендия айырыуса уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға 2025 йылдың 1 сентябренән 31 майға тиклем тәғәйенләнә.
Конкурста яңы ҡаҙаныштары булған үткән йылдарҙағы еңеүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Муниципаль райондарҙың администрациялары БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ стипендия алыуға дәғүә итеүселәрҙең конкурста ҡатнашырға теләүселәр теҙмәһен 2025 йылдың 6 июнендә тиклем ебәрергә тейеш. Квота һәр бер белем биреү учреждениеһынан – бер кеше.
19 май 2025
«Adobe Photoshop график редакторында афиша төҙөү» уҡыуҙары
БР мәҙәниәт Министрлығының РУМҮ хәбәр итеүенә, 2025 йылдың 2–4 июнендә очно һәм ситтән тороп форматында К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә балалар художестволы мәктәптәре, балалар музыкаль, балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәре, урта белем биреү педагогик хеҙмәткәрҙәре, изостудиялар етәкселәре өсөн квалификация үҫтереүсе өҫтәмә профессиональ программа буйынса «Adobe Photoshop график редакторында афиша төҙөү» уҡыуҙары үтәсәк.
Уҡыуҙарҙы К.Ә.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының информацион технологиялар, һынлы сәнғәт һәм композиция уҡытыусыһы Гузәл Радиковна Буляканова алып барасаҡ.
Программала «Реклама-практик графикаһы тарихы», «Компьютер графикаһында постерҙар һәм афишалар төҙөү үҙенсәлектәре», «Текст композицияһын ҡуланыу ярҙамында афиша төҙөү», «Афишаның төҫлө гаммаһы», «Афиша шрифттары», «Афиша өсөн текст портреты төҙөү», «Adobe Photoshop график редакторында афиша төҙөү», «Ҡаланың 70 йыллығына арналған афиша төҙөү, Сибай ҡалаһының Ҡала көнөнә арналған».
20 май 2025
Рудольф Нурыев исемендәге Башҡорт хореография колледжы 2025-2026 уҡыу йылдарына абитуриенттар ҡабул итеү тураһында хәбәр итә
Рудольф Нурыев исемендәге Башҡорт хореография колледжы 2025-2026 уҡыу йылдарына абитуриенттар ҡабул итә. Ҡабул итеү имтихандары 2025 йылдың 9-11 июнендә үтәсәк. Документтар ҡабул итеү – 2025 йылдың 21 апрелендән 3 июнә тиклем.
Бөтә мәғлүмәт колледждың официаль сайтында – https://nureevacademy.ru/abiturientu/prijom-na-obuchenie-v-2020-godu/
21 май 2025
Саҡырабыҙ!
21 май 2025
Аттестация һөҙөмтәләрен урынлаштырыу тураһында
Аттестация битендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәренең аттестация һөҙөмтәләре урынлашҡан (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген башҡарыусы дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмаларҙың педагогия хеҙмәткәрҙәре аттестацияһы буйынса 2025 йылдың 16 майынан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы Аттестация комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса). Аттестация һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының 19.05.2025 №754 приказы менән раҫланған.
ЯҢЫЛЫҠТАР АРХИВЫ
2025 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май •
2024 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2023 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2022 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2021 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2020 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2019 йыл
• Ғинуар • Февраль • Март • Апрель • Май • Июнь • Август • Сентябрь • Октябрь • Ноябрь • Декабрь •
2018 йыл
• Ноябрь • Декабрь •
ЭШ ВАҠЫТЫ: | дүшәмбе – йома сәғәт 9:00–18:00 тәнәфес сәғәт 13:00–14:00 |
БЕЛЕШМӘ МӘҒЛҮМӘТТӘР: | 450055, Өфө ҡалаһы, Ладыгин урамы, 21 й. тел. 8 (347) 235-78-15 факс 235-78-15; 233-59-00 e-mail: rumcrb@mail.ru |
---|